Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Ноябрь 2019, 17:30

Яңы Уренгойҙа -һабантуй үтте

Ҡалала үткән Граждандар форумында Башҡорт милли-мәҙәни автономия һабантуй байрамын күрһәтте. Проекттың исем туйы үтте. Ойошма етәксеһе Клара Әлибаева һәм Яңы Уренгой мэры Иван Костогриз хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Был дәүләт органдары һәм йәмәғәтселек араһында милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән эштең яңы баҫҡысы,тип әйтелә ҡала хакимиәте сәхифәһендә.


Яңы Уренгой ҡалаһында 2 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Клара Ғүмәр ҡыҙы әйтеүенсә,бер нисә йыл инде һабантуйҙар үткәрелмәгән. Күптәр халыҡ байрамын һағынып көтә, ти ул. Киләһе һабантуй июнь аҙағына планлаштырылған.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: