Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Ноябрь 2019, 17:10

Мәскәүҙә үҙенсәлекле күргәҙмә

Мәскәүҙә Альбина Исхаҡованың башҡорт селтәрҙәре күргәҙмәһе асыла.

Күргәҙмә "Я люблю. Яратам." тип атала. Тамашасылар Башҡортостанда киң билдәле өләсәй -Альбина Хажим ҡыҙының биҙәүестәрен 7 ноябрҙән 22-нә тиклем ҡарай ала.

Альбина Исхаҡованы башҡорт селтәрен тергеҙеүселәрҙең береһе тип атайҙар. Милли биҙәүестәр һәр саҡ уның иғтибары үҙәгендә. Тантаналы сараларға ул һәр саҡ селтәрҙә йөрөй, мәҙәниәт һәм тарих менән ҡыҙыҡһыныуҙы милли биҙәүестәр аша ла арттырып була тигән фекерҙә.

Альбина Исхаҡовала ҙур коллекция тупланған. 2017 йылда уларҙы Өфөлә күргәҙмәгә ҡуйҙы. Улар араһында боронғолары ла, үҙ ҡулдары менән сигелгәндәре лә бар. Автор эштәре араһында макраме эштәре - румын селтәрҙәре бар.

Альбина Исхаҡова күптәргә өлгө булырлыҡ. 72 йәшендә бейей башлаған, 78 йәшендә тимераяҡ (коньки) менән шыуырға өйрәнгән, 79 йәшендә ГТО нормаһын үтәгән. Тормошҡа ғашиҡ шәхестең күргәҙмәһе Мәскәү Милләттәр йортонда эшләйәсәк.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: