«Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берекмәһе етәксеһе Урал Аҙнабаев хәбәр итеүенсә, Нур-Солтан ҡалаһында (Ҡаҙағстан) Башҡорт мәҙәниәте көнө уҙҙы. Халыҡтар дуҫлығы йортонда этнографик, башҡорт аш-һыуы күргәҙмәләре һәм концерт ойошторолдо.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, музыкант-мультиинструменталист, бейеүсе Zainetdin ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте. Сара һуңында осрашыуҙа ҡатнашыусылар #башҡортбейеүе флешмобын хуплап видеоролик төшөрҙө.