Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Ноябрь 2019, 23:00

Башҡорт бейеүен алыҫ Себерҙә лә бейейҙәр!

Башҡорттарҙы яҙмыш елдәре ҡайҙа ҡына ташламай! Хатта Поляр түңәрәге аръяғына ла.

Мәҫәлән, Интернет селтәрендә Рәсәйҙең иң төнъяғында урынлашҡан тораҡ пункттарының береһе – Хатанга ҡасабаһынан төшөрөп ебәрелгән видеояҙма таралған. Унда милләттәштәребеҙ Себер халыҡтары менән берлектә рәхәтләнеп башҡорт көйҙәренә бейей. Улар ҙа этно-йырсы Заһир Зәйнетдинов иғлан иткән башҡорт бейеүе флешмобында ҡатнашмаҡсы.


Таймыр Долгано-Ненец муниципаль районына ҡараған Хатанга ҡасабаһы Красноярск крайының иң алыҫ төбәгендә, Поляр түңәрәгенең аръяғында урынлашҡан. Бында Хатанга йылғаһы ағып үтә. Эвенк телендә ул “ҙур һыу” тигәнде аңлата. Порт бар. Бында һәр саҡ һыуыҡ, йылына 254 көн ҡар ҡатламы ята, йыллыҡ уртаса һауа температураһы минус 12 тирәһе.


Хатангаға ҡәҙимге юл юҡ – самолет һәм вертолеттар менән генә барып була. Милләттәштәребеҙҙең күбеһе унда вахта ысулы менән эшләй.

Г.Балтабаева. Фото: a.d-cd.net
Читайте нас: