Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Ноябрь 2019, 23:20

Һалдаттар ҙа өҙҙөрә!

Республикабыҙҙан хеҙмәт итергә киткән һалдаттар ҙа башҡорт бейеүе флешмобына ҡушылды.

Башҡортостандан Радмир Билалов үҙенең менән бергә хеҙмәт иткән егетте башҡорт бейеүен бейергә өйрәткән һәм видеоға төшөргән.

Егеттәр Көньяҡ Осетияла хеҙмәт итә һәм улар ваҡытын бер ҙә бушҡа үткәрмәй. Быға һеҙ үҙегеҙ шаһит булдығыҙ.

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров быйыл декабрҙә республиканан ситтә йәки үҙендә, әммә сит ил йәки төбәк ҡунағы менән матур башҡорт бейеүе өсөн бүләк тапшырасаҡ.
Читайте нас: