Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Октябрь 2019, 16:30

Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәковтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Рамаҙан Фәтҡулла улы Йәнбәков 1934 йылдың 15 мартында Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. 1957-1959 йылдарҙа радио һәм телевидение тапшырыуҙары буйынса комитет хорында солист була. Йырсы оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, концерт бригадаһы менән етәкселек итә.

Ул халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ танылыу яулай. Бөтә Советтар Союзы буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Уның репертуарында “Сибай”, “Уйыл”, Ильяс”, “Сәлимәкәй” һәм башҡа халыҡ йырҙары бар.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: