Тәүге булып битлектәр эшләүгә Айҙар Миһранов тотонған. Был шөғөл егеттең дуҫтарында ла хуплау таба. Бөгөн улар командаға тупланып заманса технологиялар ярҙамында голливуд актерҙарының маскаларын тыуҙыра.
Бер битлекте эшләүгә 600 грамм самаһы материал талап ителә. Өфө йәштәренең проекты океан аръяғы фильмдары геройҙарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Мәҫәлән, «Сорвиголова» сериалында төп ролде башҡарған Чарли Кокс видеобәйләнеш аша егеттәргә рәхмәт тә белдергән.
Фидаил Ноғоманов, Migran studio хеҙмәткәре: “Оҫталар тыуҙырған битлектәрҙе Момоа Джейсон, Финн Джонс һәм башҡа голливуд йондоҙҙары үҙ ҡулдары менән тотоп ҡараған. Егеттәр үҙ эштәрен океан аръяғына бүләк итеп ебәрә, ә актерҙар автографтар тарата. Шулай уҡ йәштәр һуңғы ваҡытта Башҡортостандың сәхнә оҫталдары менән дә хеҙмәттәшлек итә башлаған”.