Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Октябрь 2019, 10:47

Биш ай ярымда өлгөрттөләр!

Бөгөн Шишмә районы Келәш ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантана үтеүе, унда төп сараның яңы ауыл мәҙәниәт йортон асыу булыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Төҙөлөштө “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте финанслаған. Дөйөм хаҡы 64 миллион һумдан ашыуға төшкән был клуб – “Роснефть” нефть компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан менән килешеүендә ҡаралған сираттағы объект.


Мәҙәниәт йортон тантаналы асыу сараһында билдәләүҙәренсә, ул тиҙ арала – биш ай ярым эсендә – төҙөлгән.


“Был тиклем дә мөһабәт һәм бөтә уңайлыҡтары булған бинаны ауыл мәҙәниәт йорто тип әйтергә лә тел бармай – мәҙәниәт һарайы тип атау ҡулайлыраҡ булыр ине”, – тине ал таҫманы киҫкәндә олуғ әҙиптең ейәне Тимербулат Кәримов.


Яңы бинаның 148 урынлыҡ тамаша залы бар, унда китапхана менән музей ҙа урынлашасаҡ.https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/bish-ay-yarymda-lg-rtt-l-r-/
Читайте нас: