Бөтә уҡыусыларға таныш яратҡан геройға әүерелгән Кендектең яҙмыш тарихы. Был тарих 1919 йылдан башлана һәм Рәсәй тарихынан айырылғыһыҙ. Хәл-ваҡиғалар Кендек һәм уны уратып алған донъя тирәләй ҡыҙыҡлы характерлы геройҙар мөнәсәбәттәре аша күрһәтелә.
Спектаклгә ике труппанан 25 артист йәлеп ителгән. Башҡорт ауылында барған ваҡиғалар тормоштан алынған. Уларҙың һәм береһендә кинәйә һәм халыҡтың йәшәйеше, рухи донъяһы яҡтыртылған.
Мостай Кәримдең йөҙ йыллыҡ юбилейы Башҡортостандың бер быуатлыҡ тарихи датаһы менән бәйле үтеүе осраҡлы түгел. Уның әҫәрҙәрендә ил тарихы аша милләт яҙмышы ла сағылдырылған.
Аҡыл эйәһе, философ, ысын мәғәнәһендә йыһан илсеһе Мостай Кәрим. Уның "Оҙон-оҙаҡ" бала-саҡ әҫәре беҙҙең һәр кемебеҙҙә күңелендәге саф һәм мөғжизәгә ышанған баланы юғатлмаҫҡа, ниндәй генә тормош даръяларында ла кеше булып ҡалырға саҡыра.
Республика яңылыҡтарынан.