Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Сентябрь 2019, 11:30

РӘМИ ҒАРИПОВ ХАКЫНДА ФИЛЬМ ХАЛЫҠ АҠСАҺЫНА ТӨШӨРӨЛӘСӘК

Башҡортостандың баш ҡалаһы кинематография үҙәгенә әүрелә бара. Кино һөйөүселәр ошо көндәрҙә «Һеңлекәш» фильмының премьераһын ҡарап һөйөндө. Уны Рәсәй режиссерҙары төшөрһә лә, картина күренекле әҙибебеҙ Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса эшләнгән һәм ул Рәсәй тамашасыларына сығарылған тәүге башҡорт фильмы. Унда Рәсәйҙең билдәле актерҙары менән бергә башҡорт артистары ла уйнай.

Кино өлкәһендә тағы ла ҙур яңылыҡ көтөлә – патриот-шағир Рәми Ғарипов хаҡында фильм төшөрөләсәк. Ул башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың өсөнсө картинаһы буласаҡ. «Бабич» фильмы грант аҡсаһына төшөрөлһә, икенсеһе – «Беренсе республика» – дәүләт субсидияһына финансланды. Рәми Ғарипов фильмына ундай фонд ҡаралмаған. Был хаҡта фильм авторҙары буласаҡ картинаның исем туйы ваҡытында белдерҙе. «Рәми көндәлектәре» тип аталасаҡ нәфис фильм халыҡтан, йәғни һәр кемдең күңел ҡушыуы буйынса йыйып биргән аҡсаларына төшөрөләсәк. Режиссер Булат Йосопов әйтеүенсә, ул ижадсы булараҡ, халҡыбыҙ мәҙәниәтенә, тел һаҡлауға йүнәлтелгән фильмдарға өҫтөнлөк бирә: «Әле 60-сы йылдарҙа уҡ милли матбуғат, тел уҡытыуҙы һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индергән Рәми Ғариповтың тормошо ла көрәштә үтә. Бөгөн дә беҙгә ошондай шәхестәр етешмәй», – ти режиссер.


Рәми Ғарипов роленә яҡынса актерҙар кастингы ла үткәрелгән. Был урынға тышҡы ҡиәфәте менән дә, эске күңеле менән дә шағирға оҡшаған актер Артур Ҡунаҡбаевты фаразлайҙар. Картинаның бюджеты – 23 миллиондан ашыу. Ошо көндәрҙә рәсми рәүештә буласаҡ фильм өсөн аҡса йыйыу башланды.

Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: