Спектакль республиканың 100 йыллығына һәм башҡорт әҙәбиәте классигы Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнап сәхнәләштерелгән.
Юлдыбай менән Гөлзифаның һоҡланғыс мөхәббәт тарихы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Был сәхнә әҫәрендә йыр, бейеү, уйын-көлкө менән йәнәшә башҡорт халҡының көнкүреше лә сағылыш тапты.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншин, рәссамы – Даян Теүәлев, композиторы – атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, хореографы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Пьесаны әҙәби яҡтан Зөһрә Бураҡаева эшкәрткән.
Төп ролдәрҙе Лилиә Исҡужина (Гөлзифа), Илгиз Таһиров (Юлдыбай), Илнур Лоҡманов (Ханнан) башҡара.
Спектаклдә башҡорт һәм рус труппаһы артистары ҡатнаша.