Сара өсөнсө тапҡыр ойошторола. Унда милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр художество коллективтары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Тамашасыларҙың азербайжан, грузин, әрмән, чечен һәм башҡа халыҡтарҙың йыр-моңо һәм бейеүҙәрен ҡарау мөмкинлеге бар.
«Республиканың күп милләтле халҡы вәкилдәре бергә йыйылып, халыҡтар араһындағы берҙәмлекте һәм дуҫлыҡты символлаштыра, республика халыҡтарының мәҙәниәте ни тиклем бай икәнен күрһәтә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фестиваль көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы, Өфө ҡалаһының Совет районы, И.Яҡутов исемендәге мәҙәниәт паркы хакимиәттәре.