Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Сентябрь 2019, 19:19

Әллә туҡтатырғамы?..

Новосибирск ҡалаһында билдәле "Иванушки International" төркөмөнөң сираттағы концерты ваҡытында ысын мәғәнәһендә һуғыш башланған.

Нимә өсөн тиһегеҙме? Фанаттар йырсыларҙың береһе сисеп ырғытҡан футболка өсөн "көс һынашҡан". Был турала коллективтан Кирилл Туриченко белдергән.


Асыҡланыуынса, төркөмдә оҙаҡ йылдар үҙенсәлекле йола йәшәй икән: концерт барышында бер йырсы сәхнәнән автограф ҡуйылған футболкаһын ташлай. Бына шунлыҡтан әле тамашасы залында һуғыш ҡупҡан икән, егеттәр менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа сәстәрен тартҡылашҡан.


"Яу" барышында бер нисә кеше ауыр тән йәрәхәттәре алып травмпунктҡа оҙатылған. Ә йырсылар хәҙер был традицияны әллә туҡтатырғамы тип баш вата. Фанаттар иһә "Юҡ, матур йола дауам итһен" тип бара.
Читайте нас: