Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
14 Сентябрь 2019, 20:07

Әнүәр Нурғәлиев менән дуҫһығыҙмы?

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Шәйбәковҡа Татарстан хәбәрселәре "Йырсы булмаһағыҙ, ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ?" тигән һорау менән мөрәжәғәт иткән.

“Бәләкәйҙән үк, артист булам, тип иншалар яҙа инем. Башҡа бүтән бер уй ҙа килмәне. Бәләкәйҙән үк гармун уйнап үҫкәс, баянсы булырға хыялландым. Филармонияла эшләй башлағас, йырлап ҡараным, халыҡ дәррәү ҡул сапты, тағы сығыш яһауымды һораны. Ул ваҡытта алып барыусы Марат Кәбиров “Уның бүтән йыры юҡ”, – тигәс, “уянып киттем”.


– Һеҙ хәҙер Өфө филармонияһы артисымы?


– Юҡ, мин үҙемә үҙем артист. Филармонила бик күп йылдар баянсы булып эшләнем. Фән Вәлиәхмәтовҡа, Кәтүк бабайға (“Ҡыҙыҡ- Мәҙәк” төркөмө), Ризван Хәкимовҡа уйнаным.


– Әнүәр Нурғәлиев менән һеҙ дуҫтармы? Төрлө хәбәр йөрөй башланы, унан ижадынан көнләшмәйһегеҙме тип тә һоранылар…


– Электән үк бергә ҡатышып йәшәйбеҙ, беҙ дошман түгел. Ғаиләләр менән дуҫтарҙың тыуған көндәренә йөрөйбөҙ. Әлегә бер-беребеҙҙең концерттарҙа сығыш яһарға уйламайбыҙ. Һәр кешенең үҙ эше бит, гастролдәр.


– Уның Өфөлә уҙған юбилейында булмағанһығыҙ шикелле.


– Юҡ, Себерҙә гастролдә инем. Әнүәр менән беҙ дуҫтар, барыһы ла тәртиптә, конфликт булғаны юҡ.
Читайте нас: