Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
13 Сентябрь 2019, 14:00

ЙЫРСЫНЫҢ ХӘЛЕ АРЫУЛАНАМЫ?

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Нурия Абдуллинаның яман шеш менән ауырыуы, уға дауаланыу өсөн хәйриә концерты ойошторолғаны хаҡында күп һөйләнелде. Артистың меңәрләгән тамашасылары уның хәле менән ҡыҙыҡһына, борсола, аҡҡа баҫыуын теләй.

Йырсы "Бәйләнештә" сайтында үҙенең хәлен белдереп тора. "Иң мөһим яңылығым - мин иҫән-һау! Һәр көнгә ҡыуанам, күҙем күреүенә, ишетеүемә һәм әкренләп йөрөй башлауыма Хоҙайыма рәхмәт әйтәм, - ти ул. - Табиптарҙың һәр талабын үтәргә тырышам. Әлегә минең тормошом - дарыухана-өй-дарыухана.

Ниһайәт, үҙ аяғым менән дарыу барып алыуыма шатландым. Ауыртыуҙы баҫа торған көслө дарыуҙар эсергә тура килә, ул шул тиклем хәлде ала, йоҡоға тарта һәм бик күңелһеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тулы депрессияға алып килә. Шуға ла мин шымып ҡалдым һәм үҙемде бер нисек тә ҡулға алып, яҙа алманым. Һеҙҙең ярҙамығыҙға таянып, күңелегеҙҙе йөрәгем менән ишетеп, тағы бер аҙым эшләнем.Туғандарым, хеҙмәттәштәрем, алыҫ ауылдарҙағы яҡташтарым, социаль селтәрҙәге дуҫтарым! Тәүге көндән алып мине бәләлә яңғыҙ ҡалдырмауығыҙға ҙур рәхмәт белдерәм. Ауырымағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм бер-берегеҙҙе ҡәҙерләгеҙ! Осрашҡанға тиклем!", - ти Нурия апай.
Читайте нас: