Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Сентябрь 2019, 11:26

«Йөрәк һүҙе» телевизион шиғриәт конкурсы финалистары асыҡланды

Быйылғы "Йөрәк һүҙе" Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналды. Телепроектта ҡатнашыусылар әҙиптең шиғырҙарын һөйләне. Ә ижади бәйге актерҙар араһында ғына ойошторола.

Конкурс финалистарын һайлап алыу буйынса эксперт комиссия ағзалары бөгөн 50 кешенән 16 финалисты һайлап алды. Конкурс сәхнәлә өс этаптан торасаҡ. Иң-иңдәр 9 ноябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында билдәле буласаҡ.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: