Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Сентябрь 2019, 12:21

Һикһән меңе артыҡ булғанмы?

Белорет район-ара суды тарафынан Межгорье ҡалаһында йәшәгән 55 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡаралды. Ул законһыҙ рәүештә торлаҡҡа инеп, власть вәкиленә ҡаршы көс ҡулланыуҙа ғәйепләнә.

Эш былай була. Фатир хужабикәһе полицияға шылтыратып, күршеһенең уның ишегенә ныҡ итеп туҡылдатыуы тураһында хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар килгәс, иҫерек ҡатын янъял ҡуптара һәм полиция хеҙмәткәренә тән йәрәхәттәре һала.


Суд ултырышында ул ғәйебен танымай. Ғәйепләнеүсегә 50 мең һум штраф һалына, шулай уҡ полиция хеҙмәткәренә әхлаҡи зыян килтергәне өсөн 30 мең һум штраф түләйәсәк.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: