Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Сентябрь 2019, 12:24

Балаларға дарыуҙарҙы бушлай итерҙәрме?

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы льготалы категорияға ҡарамаған халыҡты бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү мөмкинлеген ҡарай.

Әлегә был закон проекты өйрәнеү өсөн тейешле ведомстволар ҡарамағына тәҡдим ителгән.

Башланғыстың төп маҡсаты – мөһим тип һаналған дарыуҙар менән һәр кемде бушлай тәьмин итеү. Был дауаханала ғына түгел, өйҙә дауаланыуға ла ҡағыла. Реформаны тормошҡа ашырыуҙы балаларҙан башларға уйлайҙар.


Әммә әлеге яңылыҡты бала ауырыһа, дарыуханала бушлай препарат бирергә тейештәр тип ҡабул итергә ярамай. Дарыуҙар менән тәьмин итеү медицина күрһәтмәһе һәм табип күҙәтеүе аҫтында башҡарыласаҡ.


Әгәр проект яҡлау тапһа, 14 йәшкә тиклемге балаларҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеүгә йыл һайын дүрт миллиард һум самаһы аҡса кәрәк буласаҡ.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: