Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
9 Сентябрь 2019, 12:00

Ысын талант эйәһе ине

Яҡташыбыҙ, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1974), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1991) Хәй Фәхриев иҫән булһа, ошо көндәрҙә 90 йәшлек юбилейын билдәләр ине.

Хәй (Ғәбделхәй) Ғимаҙи улы Фәхриев 1929 йылдың 4 сентябрендә Стәрлебаш районының Ямғырсы ауылында донъяға килә. Ғәбделхәй мәктәп йылдарында уҡ ауылда, мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ҡатнашып йөрөй. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауылдың үҙешмәкәр артистары ат, ә ҡайһы саҡта һыйыр егеп күрше ауылдарға спектакль, концерттар менән сығалар, уйнайҙар. Хәйҙең сәхнә оҫталығын Ғәзим Туҡаев күреп ҡала һәм уны уҡырға барырға күндерә.

Өфө театраль-художество училищеһына имтихандар тапшырырға килгәс, уны хатта беренсе курсты үткәреп, шунда уҡ икенсе курсҡа уҡырға алалар. Хеҙмәт юлын йәш актер Ҡыйғы районының колхоз-совхоз театрында башлай. Ауырғазы районы колхоз-совхоз театрында ла бер ни тиклем эшләү дәүерендә ысын талант эйәһе булып таныла. Стәрлебаш районы мәҙәниәт бүлегендә художество етәксеһе булып эшләй. Һуңыраҡ ул Салауат башҡорт драма театрында актер булып эшләй башлай. 1970 йылдан Өфөла.

Башҡорт дәүләт академия драма театрында киң амплуалағы, көслө темпераментлы актер тамашасылар мөхәббәтен яулай. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хәй Фәхриев 40 йыл сәхнәлә эшләү дәүерендә 120-нән артыҡ төрлө образдар ижад итте.

Уларҙың бер нисәһен генә атау ҙа, артист таланты тыуҙырған онотолғоһоҙ характерҙарҙы күҙ алдына баҫтыра. Мәҫәлән: Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектакленән – Дәрүиш, Әсҡәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын»ан – Ғилмияр, Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» спектакленән – Кәрим бай, Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» спектакленән – председатель Сәғәҙиев. Хәй Фәхриев 1991 йылдың 31 авгусында вафат булды. Стәрлебаш районының бер урамы Хәй Фәхриев исемен йөрөтә.
Читайте нас: