Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
3 Сентябрь 2019, 11:45

Башҡорт дәүләт филармонияһы оркестры Рәсәй гимнын башҡарып Гиннес рекордтар китабына инде

Санкт-Петербургта стадионда 8 меңдән ашыу музыкант һәм 20 меңдән ашыу йырсы дәүләт гимнын уйнап башҡарҙы. Беҙҙең республиканан Милли халыҡ инструменттары оркестры һәм Тынлы музыка ҡоралдары оркестры ҡатнашты. Республика вәкилдәре башҡа музыканттарҙан айырмалы ҡурай, дымбыра һәм ҡыл ҡумыҙҙа уйнаны.

Өс йыл элек Германияла 8 мең 76 музыкант бергә уйнап Гиннес китабына ингәйне. Рәсәй вәкилдәре был күрһәткесте уҙып яңы рекорд ҡуйҙы.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: