Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
1 Сентябрь 2019, 13:44

Донъя йондоҙо – Ҡунаҡбайҙа

Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты.

1968 йылда төҙөлгән бина “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ярашлы ремонтланды. Мәҙәниәт усағын хәҙер танырлыҡ та түгел: тәҙрәләре замансаға алмаштырылған, көпләнгән, бында тренажер залы ла бар, бина йылы, яҡты, газ ҡаҙанлығына тоташтырылған.


Тыуған илебеҙгә Советтар Союзы Геройы Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәновты үҫтергән Ҡунаҡбай ауылы халҡын ҡотларға мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Улар араһында донъя кимәлендә танылған йырсы Асҡар Абдразаҡов та бар ине. Ул тәүгеләрҙән булып яңы тамаша залының акустикаһын һынаны. Ҡунаҡбайҙар яҡташыбыҙҙың сығышын дәррәү алҡыштарға күмде.https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/donya-yondo-o-una-bay-a/
Читайте нас: