Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
31 Август 2019, 19:30

Аттар менән самолетҡа ҡаршы...

Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер яланында уҙған театрлаштырылған тамашала Бөйөк Ватан һуғышының алыш мәлдәре сәхнәләштерелде.

Ҡот осҡос яу ҡыры картиналарын тыуҙырып, хатта Башҡорт кавалерия дивизияһының немецтарға ҡаршы тороуы ла күрһәтелде. Күктә самолет оса, танктар килә, ә беҙҙең һыбайлы ғәскәр уларға ҡаршы алышҡа сыҡҡан...


Тамаша ҡылған халыҡтың күҙҙәренә йәш тулды. Унда туптар шартлай, атыш тауыштары яңғырай. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе түҙмәне: “Етәр! Хәҙер артист-немецтарға ҡаршы сығып китәбеҙ!” – тине. Режиссер Сулпан Асҡарова тамашаны тетрәндергес итеп әҙерләүгә өлгәшкән.


Тап ана шундай ҡаты алыштарҙың береһендә һәләк була ла инде генерал Миңлеғәле Шайморатов. Әммә ул башҡорт дивизияһының байрағын алып сығыуҙы алдан хәстәрләп өлгөрә.
Читайте нас: