Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
26 Август 2019, 14:02

Әсәйемде “апай” тип үҫтем

Бөгөн үҙенең ҡурай моңдары менән меңәрләгән тамашасының күңелен имләгән мәшһүр ҡурайсы Азат Айытҡоловтың ғүмер юлы шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тормай.

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып, ата-әсәһе иҫән-һау килеш етемлек кисереп үҫергә мәжбүр була ул.


– Әсәйем менән атайым мин бәләкәй саҡта уҡ айырылышып, икеһе лә яңы ғаилә ҡороп, ситтә көн күрҙе. Иҫ белгәнемдә өләсәй-олатай ғаиләһендә йәшәй инем. Өләсәйемде – “әсәй”, ә һирәк-мирәк кенә ҡайтҡылап йөрөгән әсәйемде “апай” тип үҫтем, – тип хәтерләй Азат ҡусты үҙенең бала сағын иҫкә алғанда.


Ул саҡта һәр ауылда бала-саға күп ине. Юлдыбайҙа тиҫтерҙәрем байтаҡ булды. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарау, картуф, йәшелсә баҡсаларын утау, утын ярып индереү, өй, ихата, аҙбар таҙартыу кеүек эштәр башҡарыу – бөтәбеҙ өсөн дә тәбиғи күренеш, әлбиттә. Уҡыуҙа ла һынатмайым. Тик мин, уларҙың күбеһенән айырмалы рәүештә, киләсәктә ата-әсә ҡурсалауына өмөт итә алмауымды бик яҡшы аңлай инем. Юҡҡа ғына, атайлы бала – арҡалы, тип әйтмәйҙәр бит. Етемлегемде иҫкә төшөрөп кәмһетеүселәр ҙә булғыланы. Былай ҙа китек сабый күңеле тел яраһын үтә лә ауыр кисереүсән бит ул.


Бер ҡышҡы көндә әсәйемдең бер туған ағаһы – олатайым менән утынға китеп барабыҙ. Трактор санаһында уның малайы ла ултыра. Һин дә мин һөйләшеп барғанда, олатайым улының арҡаһынан ҡағып: “Минең улым инженер буласаҡ. Ә һин йөрөрһөң әле ауыл көтөүен көтөп”, – тимәһенме.


“Уҡыясаҡмын, кеше буласаҡмын барыбер!” тигән сәмле уйҙан ярһып типте йөрәгем. Аҙаҡ рәхмәт әйттем әле был һабағы өсөн олатайыма. Билдәле ҡурайсы инем инде ул саҡта. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы икәнлегемде лә, республикала ғына түгел, сит илдәрҙә лә уңышлы сығыш яһап йөрөүемде лә гәзит-журналдарҙан уҡып белә ине ауылдаштарым.


Үҙ машинамда елдереп ҡайтып төштөм бер саҡ ауылға. Ул осорҙа машинаны һәр кем ала алмай ине әле. “Нәҫелебеҙгә дан килтерҙең, уңыштарың менән ҡотлайым, улым!” – ти олатайым ҡул биреп күрешкәндә. “Бөтәһе өсөн дә һиңә рәхмәтем ҙур, олатай, – тим, – хәтерләйһеңме теге ваҡыт ҡыш утынға барған саҡты?”


Олатайым ҡаушап киткәндәй булды: “Ғәфү ит инде, улым, ә бына минең малай өмөттө аҡлай алманы”, – ти күҙ йәшен һөртөп".https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/s-yemde-apay-tip-tem/
Читайте нас: