27 августа — 3 сентябрҙә ике фильм да Мәскәү өлкәһенең Дзержинский ҡалаһында «Мөхәббәр һәр йөрәктә» халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында күрһәтелә. Фильм менән «Йәнле таҫма» кинокомпанияһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса хеҙмәткәре Гөлнара Яруллина таныштыра.
5-6 сентябрҙә «Беренсе республика» фильмы Skey-cinemа халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнаша.
6 сентябрҙә Мәскәүҙең милләттәр йортонда ла «Беренсе республика» фильмын асыҡ күрһәтеү күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале «Беренсе республика» картинаһы менән асыла.