Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
16 Август 2019, 12:10

Юрий Шатунов башҡаса “Аҡ раузалар”ҙы йырлай алмаясаҡ

Билдәле “Ласковый май” төркөмөнөң элекке солисы Юрий Шатунов башҡаса “Аҡ раузалар”, “Сал төн”, “Алһыу кис” һәм башҡа популяр йырҙарҙы башҡара алмаясаҡ.

Төркөмдөң продюсеры Андрей Разин хәбәр итеүенсә, бынан һуң Шатунов тик үҙенең йырҙары менән сығыш яһаясаҡ, сөнки ул “Ласковый май” әҫәрҙәрен башҡарыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан баш тартҡан. Юрий быны хәҙер ул йырҙарҙы йырлар йәштә түгеллеге менән аңлатҡан.


Шатуновҡа концерттарында репертуарҙан барлығы 27 йырҙы башҡарыу тыйыла. Юғиһә уға ҙур штраф һалынасаҡ.


Һыуыҡ тейҙергәндән һуң сире киҫкенләшкән йырсыға бер нисә операция яһатырға тура килһә лә, әлегә уның гастроль графигына бер ниндәй ҙә үҙгәреш индерелмәгән, сираттағыһы 10 октябрҙә башланасаҡ. https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/yuriy-shatunov-bash-asa-a-rauzalar-y-yyrlay-almayasa/
Читайте нас: