Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Август 2019, 10:22

Республика журналистарын «СМИротворец» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Милләт-ара һәм этноконфессия мөнәсәбәттәре мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға арналған XI «СМИротворец» Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары конкурсы ғаризалар ҡабул итә.

Конкурс федераль, төбәк һәм милли-мәҙәни киң мәғлүмәт саралары журналистарының ҡатнашыуына иҫәпләнгән. Телевидение, Радио, Матбуғат, Интернет, Балалар һәм йәштәр киң мәғлүмәт саралары, Туған телдәр номинацияларында федераль-төбәк баҫмалары һәм урындағы (шул иҫәптән этник) баҫмалар өсөн айырым уҙғарыла.
Юғары уҡыу йорттары студенттарының эштәре «Мультимедиа быуыны» махсус номинацияһы сиктәрендә ҡарала. Бөтә материалдар 2018 йылдың 1 авгусынан 2019 йылдың 1 авгусына тиклемге осорҙа донъя күрергә (йәки эфирға сығырға) тейеш.
Еңеүселәр Мәскәүгә семинар-тренингтарға һәм тантаналы сараға саҡырыла, уларға конкурсты ойоштороусыларҙан иҫтәлекле приздар һәм бағыусыларҙан бүләктәр тапшырыла.
Конкурсты Этник-ара журналистика гильдияһы башланғысы һәм булышлығы менән «Дәүләттең милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу» дәүләт программаһын бойомға ашырыу барышында Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ уҙғара.
Ойоштороу комитеты менән бәйләнеш: телефон +7(495)978-02-89, [email protected].
Читайте нас: