Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
3 Август 2019, 13:53

Ағинәйҙәр йыйылды

Бөгөн Ғафури районының Ташаҫты ауылы эргәһендәге яланда Республика ағинәйҙәр йыйыны башланды.

Сарала республиканың 44 районынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән Пермь крайынан ағинәйҙәр ҡатнаша.

Байрамда ҡатын-ҡыҙҙар милли кейем, ризыҡтар буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәк.

Башҡорт милли йолалары ла тәҡдим ителәсәк.

"Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева әйтеүенсә, сара милли йолаларҙы тергеҙеүгә, халыҡ иҫәбен алыуға арналған һәм Бөтә донъя фольклориада сиктәрендә ойошторола.
Читайте нас: