Бөтә яңылыҡтар

“Ҡош юлы” – айыҡ фестиваль! Һәм бында тик башҡортса һөйләшәләр

Бөгөн Ишембай ерендә VIII “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале үтә.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был – айыҡ фестиваль, һәм сарала ҡатнашыусылар, ойоштороусылар, ирекмәндәр, барыһы ла башҡортса һөйләшә.


“Ҡош юлы” хәрәкәтенең төп маҡсаты ла тап шунда: яңы һәләттәр эҙләү, уларға ҡанат биреү менән бер рәттән, яңы быуын күңелендә туған телгә ихтирам, һөйөү уятыу, сәләмәт тормошто пропагандалау.


Яланда.волейбол, футбол кеүек спорт ярыштары ҡыҙыу барҙы.
Читайте нас: