Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
26 Апрель 2019, 10:57

Йәш артистар тамаша күрһәтте

Билдәле булыуынса, театрҙы балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ярата. Уның мөмкинлектәре сикһеҙ, йоғонтоһо ла ҙур. Ул шатландыра, күңелде күтәрә һәм балаларҙың һәләтен үҫтерә. Кескәйҙәр мөғжизә һәм әкиәттәргә нығыраҡ ышана. Тап улар ярҙамында балалар тормош нигеҙҙәренә өйрәнә.

Балалар баҡсаһында театр эшмәкәрлеге - әкиәттәрҙә балалар алдында ҡуйылған бурыстарҙы һәм проблемаларҙы хәл итеү асҡысы ул. Театр ярҙамында бала донъяны аҡылы менән генә түгел, ә йөрәге аша танып-белә, изгелеккә һәм яуызлыҡҡа үҙенең мөнәсәбәтен белдерә.

Балалар бер-береңә ярҙам итеү, изгелек, ҡомһоҙлоҡ һәм хәйләкәрлек кеүек төрлө сифаттар аша үҙҙәренә ситтән ҡарап, тормошта кешеләрҙең яҡшы яҡтарын күрергә өйрәнә, тамашасылар алдында сығыш яһап, үҙ-үҙҙәренә ышаныс, кешеләр алдында үҙеңде тота белеү тәжрибәһе барлыҡҡа килә, телмәре үҫешә.

Беҙҙең балалар баҡсаһында Театр йылына бағышланған байрам үтте. Тәрбиәләнеүселәребеҙ менән беҙ рус халыҡ әкиәте буйынса музыкаль спектакль әҙерләнек. Был сараны үткәрергә беҙгә балаларҙың ата-әсәләре ярҙам итте.

Балалар тамашаны түҙемһеҙлек менән көттө - ролдәрен өйрәнде, интонация, ым-ишараларҙы дөрөҫ һайларға тырышты. Костюмдар һәм декорациялар ата-әсәләр менән бергә әҙерләнде.

«Театр һәм балалар» проекты даирәһендә театр төрҙәре, спектаклдә ҡатнашҡан кешеләрҙең һөнәрҙәре менән танышты, ата-әсәләр өсөн «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы үҫтереүҙә театр эшмәкәрлеге әһәмиәте» консультацияһы үткәрҙек.

«Театр төрҙәре» күргәҙмәһен әҙерләгәндә ата-әсәләр әүҙем ҡатнашты. Миләүшә Юнысова бармаҡ театры персонаждарын бәйләне, бейәләй театрын Дәүләтшиндар ғаиләһе, ә өҫтәл театрын - Лиана Лотфуллина әҙерләне.

Шулай уҡ был көндө ата-әсәләр А.Алишаның «Сер тотмаҫ өйрәк» әкиәте буйынса ҡурсаҡ тамашаһын әҙерләне. Әкиәт персонажын уның әсәһе уйнаһа, бала өсөн ниндәй бәхет! Шулай булды ла, тамашанан һуң сәхнәгә ҡурсаҡтар тотоп сыҡҡан ата-әсәләрен күргәс балаларҙың ни тиклем шатланып-һөйөнгәнен күрһәгеҙ икән! Бына улар - Дания Юнысова, Лиана Лотфуллина, Гөлназ Әхмәтова, Миләүшә Юнысова, Зилә Сәмиғолова.

Спектакль, кульминация, балалар, педагогтар һәм ата-әсәләр менән берҙәм эш - тормоштоң иҫ киткес мәлен туҡтатып тороу өсөн һәйбәт мөмкинлектәрҙең береһе. Өҫтәүенә, бәхетле мәлдәрҙе бөтәһе лә: сәхнәлә балаларының уйынын күҙәткән ата-әсәләр ҙә, хеҙмәт һәм сәхнә уңышының ни тиклем ауыр булыуын белгән педагогтар ҙа, тәрбиәләнеүселәр ҙә (уларҙың уйыны кескәй башҡарыусыларҙың шәхесен күрергә ярҙам итә) кисерә алды.

Рәйсә ҒАРИФУЛЛИНА.

Айҙарәле балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор фотоһы.
Читайте нас: