Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
26 Апрель 2019, 10:57

Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре байрамдарын билдәләне

21 апрелдә район Мәҙәниәт йортонда үткән Урындағы үҙидара көнөнә арналған тантаналы сараға район хакимиәте һәм ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре, урындағы Советтар депутаттары йыйылды.

Йыйылыусыларҙың барыһын да һөнәри байрамдары уңайынан район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров ҡотланы.

- Кешеләр өсөн һәм улар мәнфәғәтендә эшләү, асыҡ диалог булдырыу, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү - беҙҙең дөйөм маҡсатыбыҙ, - тине Фәнүр Зөфәр улы йыйылыусыларға. Ул шулай уҡ район хакимиәтенең урындағы үҙидара, структур подразделениелар үҫешенә тос өлөш индергән ветерандарға ҙур рәхмәт белдерҙе.

Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр был көндө ҡотлауҙар һәм лайыҡлы бүләктәр алды. Урындағы үҙидара органдарында намыҫлы хеҙмәттәре һәм райондың социаль-иҡтисади үҫешенә әһәмиәтле өлөш индергәндәре өсөн район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьянова, район хакимиәте иҡтисад бүлегенең муниципаль хеҙмәттәр буйынса баш белгесе В.И.Осипов, Тәтер-Арыҫлан ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе З.З.Бикмөхәмәтова (һүрәттә) «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Район хакимиәте финанс идаралығының бюджетты үтәү секторы мөдире Г.М.Яҡшысарова, Иҫке Ҡалҡаш һәм Хәлекәй ауыл Советтары ауыл биләмәләренең эштәр менән идара итеүселәре Р.В.Ҡотлошина, З.Р.Садиҡова Ассоциацияның Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Район Советы депутаты Гүзәл Хөсәйенова, Айҙарәле ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сабирйән Хәкимов район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, район хакимиәте белгестәре Диана Мифтахова, Ильвир Хәбибуллин, Зилә Шәрәфетдинова - Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Һөнәри байрам менән ҡотлауҙарға «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Альбина Әхмәтшина ҡушылды.

Тантана аҙағында урындағы үҙидара артистары, шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡтар, шул иҫәптән Зөфәр Атанғолов, Ленар Ғәфиәтуллин, Зөлфиә Бирҙеғолова, Миңлеғәли Хөснөтдинов, Инсаф Ғәлимовтар ҡатнашлығында концерт күрһәтелде. Бейеүҙәр, моңло йырҙар йыйылыусыларға ысын байрам кәйефе бүләк итте.


Читайте нас: