Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
26 Апрель 2019, 10:56

Быуатлыҡ юбилейҙы билдәләнеләр

Күптән түгел Тормай ауыл клубы сәхнәһендә «100 йыл дуҫлыҡта һәм татыулыҡта» район смотр-конкурсы даирәһендә матур һәм үҙенсәлекле байрам концерты булды.

Программала «Йәшлек», «Хәтирәкәй» ансамблдәре, Рәмил Исмәғилев, Рөстәм Ғәлиев, Линар Ҡаранаев, Ғәлиә Хәйбуллина, Әҙһәм Латипов һ.б. башҡарыуында йырҙар яңғыраны.

Концертта шулай уҡ «Һандуғасҡай» балалар бейеү коллективы (етәксеһе Эльза Кәримова) һәм «Рус биҙәктәре» бейеүе менән 4 класс уҡыусылары (етәксеһе Лилиә Хисамова) әүҙем ҡатнашты. Барыһы ла яратҡан «Хәтирәкәй» ансамбле «Сулпылар» бейеүе һәм төрлө музыка ҡоралдарында уйнауҙары менән һөйөндөрҙө. Эльвира Батырова тыуған яҡ тураһында шиғыр уҡып ишеттерҙе. «Һуғыш башланған көн», «Пионерҙар», «Киске уйын» театрлаштырылған сәхнә өҙөктәрендә ҡатнашыусыларҙың талантлы сығыштарын айырыуса билдәләп үтке килә. Концерт дауамында проекторҙа ауылдың бер быуатлыҡ үҫешен үҙ эсенә алған презентация күрһәтелде. Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланған байрам бай, иҫтә ҡалырлыҡ һәм әһәмиәтле ваҡиғаларҙы, ауыл биләмәһен үҫтереүҙә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙе иҫкә алып үтер өсөн яҡшы сәбәп булды. Оҫталыҡтары, көс-дәрте һәм ярҙамдары өсөн сараны ойоштороуҙа ҡатнашыусыларға һәм барлыҡ тамашасыларға, шулай уҡ хеҙмәтебеҙҙе объектив баһалағандары өсөн хөрмәтле жюри ағзаларына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Смотр-конкурс эстафетаһы тантаналы рәүештә Ҡуғанаҡбаш ауыл Советына тапшырылды.


Зөмәрә АБДУЛЛИНА, Тормай ауыл клубы мөдире,

Эльмира АБДУЛЛИНА, мәҙәни саралар ойоштороусы.

Фото авторҙар тарафынан бирелде.
Читайте нас: