Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
5 Апрель 2019, 12:28

Үҙешмәкәр артистар ауыл халҡын шатландырҙы

Беҙҙең районда Театр йылына бағышланған ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтары араһында кесе театр формаларының «Йән ауазы» конкурс-фестивале иғлан ителде.

Конкурстың исемендә үк театр сәнғәтен һөйөүселәрҙе генә түгел, ә ябай ауыл халҡын да ҡыҙыҡһындырған нимә бар. Шулай итеп, Иҫке Ҡалҡаш, Аллағыуат, Ҡуғанаҡбаш, Йәшергән һәм Ямғырсы ауыл мәҙәниәт йорттарында ҡыҫҡа метражлы спектаклдәр смотры үтте. Тулы спектакль менән сағыштырғанда, ҡыҫҡа сәхнә ҡуйылышын ҡарауы ҡыҙыҡлы. «Актерҙарға» ла ролдәрен башҡарыу күпкә еңел.

Ҡуйылыштарҙың барыһында ла ябай кешенең тормошо, уның күңеле, нимә менән йәшәүе сағыла. Һәр кем дә сәхнәгә сығып, һәйбәт уйнай алмай. Бының өсөн сәнғәтте яратырға һәм талантлы булырға кәрәк. Әлеге конкурс сираттағы тапҡыр ер шарының төрлө мөйөшөндә лә шундай кешеләр йәшәүен дәлилләй. Беҙ ҙә районыбыҙ таланттары менән ғорурланырға хаҡлы.

Бөтә донъя театр көнөнә ҡарата район Мәҙәниәт йортонда Әмир ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары ҡуйған «Татарса өйләнеү» комедияһының (авторы Рауил Мирхәйҙәров) премьераһы булды.

Театрҙы һағынған тамашасылар Әмир ауылының «Нур» театры коллективын тулы зал менән ҡаршы алды. Тамашасылар исеменән уларҙы «Эстәрле» татар халыҡ театры етәксеһе Зөлфиә Ғиззетдинова сәләмләне. Ул байрам менән ҡотлап, барыһына ла иҫ киткес тамаша һәм спектакль-комедияны ҡарағанда сағыу тәьҫораттар теләне.

«Артистар» - Резеда Сәйфетдинова, Зилә һәм Иршат Мортазиндар, Зөлфирә Әхмәрова, Гөлшат һәм Нурия Мөрәсевалар, Йәүҙәт Мифтахов һәм Гүзәлиә Ғәлиева ролдәрен оҫта башҡарҙы һәм спектаклдә ябай халыҡ тормошон күрһәтеп, көслө, саф, күңел түренән сыҡҡан алҡыштарҙан, ихлас көлөүҙән бихисап ләззәт алды. Һәр кем спектаклгә күңеленең бер өлөшөн, уй-фекерен һалды...

Дөйөм алғанда, был комедияла ҡыҙыҡ күренештәр, көлкөлө ваҡиғалар һәм күңел асыу юҡ. Унда һүҙ мөхәббәт, ҡыҙғаныу, ижад, үҙ-үҙеңде эҙләү һәм башҡа бик күп әйбер, бер һүҙ менән әйткәндә, бөгөн дә көнүҙәк булған нимә тураһында бара.

Был премьера спектаклгә һалынған ижади ҡомарҙың бушҡа үтмәүен асыҡтан-асыҡ күрһәтте. Тамашасылар комедияны бер тында ҡараны. Артистар залда ултырыусылар иғтибарын тулыһынса үҙҙәренә йәлеп итә алды, ә тамаша аҙағында бер туҡтауһыҙ алҡыштар яңғыраны.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: