Бөтә яңылыҡтар

Үҙешмәкәр артистарҙың оҫта сығышы

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышланған марафон сиктәрендә, февраль башында район ойошмалары, учреждениелары, предприятиелары һәм ауыл биләмәләре араһында район үҙешмәкәр сәнғәт смотр-конкурсына старт бирелде.

Сығыштары менән ошо ваҡыт эсендә тамашасыларҙы район үҙәгенең эске эштәр бүлеге, үҙәк район дауаханаһы, мәғариф һәм мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәре шатландырып өлгөрҙө.

Тамашасыларға сағыу, матур үҙешмәкәр сәнғәт программаһы тәҡдим ителде. Вокал номерҙар бейеүҙәр менән үрелеп барҙы, шиғырҙар уҡылды, видео һәм фотослайдтар күрһәтелде. Тамашасылар рәхәтләнеп моңло ҡурай көйөн тыңланы. Үҙешмәкәр артистар һәр сығышты күңел һалып башҡарҙы, шуға күрә залда ултырыусылар уларҙы көслө алҡыштарға күмде. Үҙәк район дауаханаһы коллективын билдәләп үтке килә, улар райондың һаулыҡ һаҡлау системаһы тарихы һәм үҫеше тураһында йөкмәткеле видеопрезентация әҙерләгән һәм театрлаштырылған тамаша күрһәтте.

12 мартта жюри һәм тамашасылар хөкөмөнә тағы ла тиҫтәләгән ойошма һәм предприятие концерт номерҙары күрһәтте. Һауа торошоноң ҡарлы, юлдарҙа йөрөрлөк түгел ине, һыуыҡ ел булыуға ҡарамаҫтан, район Мәҙәниәт йортоноң тамаша залы тулы булды. Хеҙмәттәштәре, туғандары, яҡындары өсөн көйәрмәнлек итергә сәнғәт, үҙешмәкәр концерт номерҙарын һөйөүселәр килгәйне. Һәм, билдәләп үтергә кәрәк, үҙешмәкәр артистар уларҙың өмөттәрен аҡланы. Һөнәри яҡтан оҫта булмаһа ла, әммә ысын күңелдән сығыш яһанылар. Дөйөм алғанда, тамашасыларҙың беҙәм тауышы менән концерт бик матур, тамашалы, ҡыҙыҡлы булды, һәр сығышты улар йылы ҡаршы алды. Шулай уҡ фото- һәм видеослайдтар уға тағы ла күберәк йәм өҫтәне. Уларҙы күрһәткәндә, мәҫәлән, ошо быуат эсендә район үҙәгендә ғәжәйеп үҙгәрештәрҙе күрергә мөмкин ине. Ағастан эшләнгән һәм ваҡыт үтеү менән ҡыйшайған, ергә батҡан дауахана, редакция, элемтә узелы, балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙең иҫке биналары урынына матур, кирбес йылы биналар ҡалҡып сыҡҡан, унда кешеләр өсөн уңайлы эш шарттары булдырылған. Кем әйтмешләй, барыһы ла сағыштырыуҙа күренә. Ысынлап та, район ошо йөҙ йыл эсендә бары тик яҡшы яҡҡа үҙгәргән.

Әлбиттә, оҡшаған сығыштарҙың барыһын да һанап бөтөрөү мөмкин түгел, сөнки артистарҙың барыһы ла тырышты, әммә конкурс конкурс инде, тамашасыларға нығыраҡ оҡшаған номерҙарҙы билдәләп үтергә кәрәк тип иҫәпләйбеҙ. Был Евгения Хөсәйенова, Рим Макашев, Мөнирә Әһлиуллина, 2 һанлы балалар баҡсаһы, район элемтә узелы, район дауаханаһы, редакция, район электр селтәрҙәре, ветстанцияның вокаль ансамблдәре, Урал Тайғонов, Рәсимә Шәрәфетдинова, Наталия Мусина башҡарыуында күңелгә үтеп инерлек йырҙар, Наил Зарипов, Гөлшат Әһлиуллина, Гүзәл Ишһарина, 2 һәм 4 һанлы балалар баҡсалары, район китанханаһы коллективының дәртле бейеүҙәре, Фәриҙә Хәйбуллина, район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, Алһыу Ҡәҙерғоловалар һ.б. башҡарыуында хисле шиғырҙар. Һәм концерт райондың алтын тауышы, беҙҙең эстрада һандуғасы Олег Ковтун башҡарыуында «Башҡортостан» йыры менән тамамланды. Финал бик сағыу һәм матур булды.

Республиканың 100 йыллығына арналған концерттар районда егәрле һәм тырыш ҡына түгел, ә ижади талантлы кешеләр ҙә йәшәүен дәлилләне. Концерт артистарға ла, тамашасыларға ла көс-ҡеүәт, дәрт-дарман, күтәренке кәйеф, ауылдаштары өсөн ғорурлыҡ хисе бүләк итте.

Һүрәттә: 4-се балалар баҡсаһы коллективы бейей.

Наил Зарипов өҙҙөрә.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотолары.



Читайте нас: