– Миңә ҡалһа, теләгән бейеклектәремә өлгәштем, һәм артабан үҫкем килә. Әлеге сәхнә образымдан үҫеп сыҡтым, ул миңә мәктәп формаһы кеүек, кейергә мөмкин, әммә кеше күҙенә күренеп булмай: бында яурынды ҡыҫа, тегендә еңдәре ҡыҫҡарған.
Эйе, беҙҙәге күп артистар кеүек ғүмер буйы концерттар ҡуйып, 100 һум аҡса йыйып, быны тотороҡлоҡҡа һылтап була, әммә “Зәйнетдин” этно-шоу проекты үҙенә баштан уҡ донъя кимәленә сығыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Артабан яңы үрҙәрҙе яңы амплуа менән яулаясаҡмын. Донъя минең хаҡта белергә тейеш, һәм был ҡулымдан киләсәгенә шигем юҡ, – ти Заһир.
Март аҙағында “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында музыканттың 25 йәшлек юбилейына арналған “Зәйнетдин 25” концерты көтөлә. Егеттең һүҙҙәре буйынса, икенсе тапҡыр зал тултырып тамашасы йыйыу уға ауырҙан түгел, билеттар йәшен тиҙлеге менән тарала икән.