Гөлшат Мөрәсева (һүрәттә) Әмир ауылында тыуып үҫкән. Уның ғаиләһендә бөтәһе лә - әсәһе, ағаһы, һеңлеһе йырлай. Улар бөгөн дә йыш ҡына бергәләп сәхнәлә сығыш яһай. «Үҙемде белгәндән алып һәр ваҡыт йырлайым», - ти ул. Әммә мәктәптән һуң, бөтөнләй башҡа һөнәр һайлай - сауҙа училищеһын тамамлай. Ауылдашы Вил Мөрәсевҡа тормошҡа сыға . Ул - урындағы хужалыҡта механизатор, ә үҙе хат ташыусы булып эшләй. Ҡыҙҙарының донъяға ауаз һалыуы уларҙың ғаиләһен тағы ла бәхетлерәк итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош һәр ваҡыт сағыу һәм мәшәҡәтһеҙ генә булмай, ул һынауҙар ҙа килтереүе мөмкин. Дауалап булмай торған ауырыу Гөлшаттың ирен, балаларҙың яратҡан атайҙарын тартып ала. Ҡыҙҙар үҙҙәренә еңел булмаһа ла ҡулдарынан килгәнсе әсәйҙәренә ҡайғыларын еңергә ярҙамлаша.
Ҡыҙҙар бәләкәй саҡтан уҡ өйҙә ярҙамлашырға өйрәнгән, көнкүрештең бөтә хикмәттәрен үҙләштерә. Улар ир-егеттәрҙең эштәрен дә яҡшы белә. Бер ваҡыт өлкән ҡыҙҙары Ильвина хатта атаһында штурвалсы булып эшләй. Бөгөн ул ғаиләһе менән район үҙәгендә йәшәй, ире менән Ислам улдарын тәрбиәләй. Ильвина һылыуҡайҙар конкурсында, бик күп музыкаль сараларҙа бер нисә тапҡыр ҡатнашып еңеү яулай.
Ҡыҙҙары Илүзә лә апаһы кеүек үк ижади шәхес. Йырлай, бейей. Ул - Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курс студенты, буласаҡ зоотехник.
Раушания - тыныс холоҡло ҡыҙ. Уҙған йылда педагогия колледжына уҡырға ингән.
Виленаны «энерджайзер» тип йөрөтәләр - бик шуҡ, күңелле һәм әүҙем ҡыҙ. 8 класта уҡый.
Беренсе класта белем алған Регинаны - барыһы ла ярата. Ул сәхнәлә тәүге аҙымдарын яһай. Музыкаль номерҙар менән сығыш яһарға бик ярата.
- Биш ҡыҙ әсәһе булыу - бәхет кенә түгел, ҙур яуаплылыҡ та, - тип Гөлшат Кәрим ҡыҙы. - Тәү сиратта, уларға үрнәк булырға, тыңлай белергә, кәңәштәр менән ярҙамлашырға кәрәк. Бөтә өй эштәрен бергәләп эшләргә тырышабыҙ. Мал-тыуар аҫрайбыҙ, өс һыйырҙан тыш, һимертергә ҡуйылған башмаҡтарыбыҙ бар, йәйен баҡса үҫтерәбеҙ, көҙөн ҡышҡылыҡҡа 100 банка тирәһе компот ябабыҙ, ҡыяр һәм помидор тоҙлайбыҙ. Бергәләп йыйылышып, байрамдар, тыуған көндәрҙе билдәләргә яратабыҙ.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә Мөрәсевтарҙың өйөндә - һылыуҡайҙар батшалығында, һис шикһеҙ, бихисап сәскәләр, бүләктәр һәм ихлас, изге ҡотлауҙар буласаҡ. Ә беҙ уларға матур һәм бәхетле яҙ теләйбеҙ!
Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.