Стэрлебаш шишмэлере
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
9 Сентябрь 2018, 04:00
Цюрихта башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың тәүге осрашыуы уҙҙы
Цюрихта Швейцарияла һәм Германияла йәшәгән ике туғандаш халыҡтың — башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың осрашыуы уҙҙы.
Женеванан ситтә беренсе осрашыуҙы Швейцариялағы «Юлдаш» башҡорт-татар ассоциацияһы ойошторҙо. «30-ҙан ашыу ватандашыбыҙ килде, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына яҡташыбыҙ, Берләшкән Милләттәр ойошмаһы агентлығы хеҙмәткәре Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес. — Таныштыҡ, ихлас аралаштыҡ, тәжрибә уртаҡлаштыҡ һәм берлектәге проекттарҙы тикшерҙек. Өҫтәл милли ризыҡтар менән тулы ине — сәк-сәк, өсмөйөш, бал».
Агентлыҡ әңгәмәсеһе һүҙҙәренсә, ҡунаҡтарҙың фортепианола, ҡумыҙҙа уйнауы байрамға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне. Байрам Ғабдулла Туҡайҙың «Туған тел» шиғырына ижад ителгән йырын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды.
«Бәйләнеш булдырылды — хәҙер киңәйергә һәм хеҙмәттәшлек итергә уйыбыҙ бар. Цюрихта ла, Женевала ла берлектәге аш-һыу оҫталыҡ дәрестәрен һәм телде өйрәнеү курстарын ойошторорға ниәтләйбеҙ», — тип хәбәр итте Айһылыу.
Швейцариялағы «Юлдаш» башҡорт-татар ассоциацияһы ватандаштарыбыҙ ҡатнашлығындағы ошондай сараларҙы йыш уҙғара. Йыл һайын ойошторолған
күп милләтле Һабантуй
— сағыу байрамдарҙың береһе. "Башинформ".
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин