Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканан ситтәге иң ҙур диаспораның Силәбе өлкәһендә йәшәүен бер нисә тапҡыр
билдәләп үтте. Башҡортостандың төбәктәге даими вәкиллеге һәм өлкә башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Силәбе өлкәһе мәктәптәрендә башҡорт телен фән итеп өйрәнеү тураһында мәсьәлә 2017 йылда уҡ күтәрелгәйне. Был тәҡдим төбәк губернаторы Борис Дубровскийға еткерелде һәм хуплау тапты. Силәбе өлкәһе губернаторы ҡарамағындағы дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса совет ултырышында Борис Дубровский бер генә бала башҡорт телен өйрәнергә теләк белдерһә лә, уға ошондай мөмкинлек бирелергә, шарттар тыуҙырылырға тейешлеге хаҡында әйтте.