Рәфис Зыязетдиновтың «Йыр ағымы» тип аталған тәүге шиғыры мәктәп йылдарында уҡ район гәзитендә баҫылһа ла, уның әүҙем әҙәби эшмәкәрлеге үткән быуаттың 90нсы йылдарынан башлана.
Уның ижадында мәғрифәт һәм мәҙәниәт традицияларына бай ғәзиз тыуған яғына һәм тыуған ауылына, уның кешеләре менән тәбиғәтенә ҡайнар һөйөү, оло ихтирам ята. Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙың киләсәге шағир күңелен борсой. Уның уй-кисерештәре «Кисерегеҙ беҙҙе, ауылҡайҙар» йырында асыҡ сағыла.
Йыйынтыҡта әсәйҙәр темаһы айырым урын алып тора. Әсәйҙәргә бағышланған өс йыр, бер-береһен ҡабатламайынса, уларға мәдхиә булып яңғырай. Уларҙың есемен исемдәре үк әйтеп тора: «Әсәйле ғүмер бәхетле», «Зурлайыҡ беҙ әсәйҙәрҙе» (Фәнир Ғәлимов көйҙәре), «Әсәй йылыһы».
Китапта тағын бер йырҙы айырып билдәләп үтергә кәрәк. Ул – «Нефтселәр йыры». Йәмғиәтебеҙ нефть сығарыу һәм уны эшкәртеүҙә данға күмелһә лә, быға тиклем уларға лайыҡ йыр юҡ ине. Бының сере шунда: автор, нефть сығарыу сәнәғәте тарихын тәрәнтел фәнни өйрәнеп, докторлыҡ диссертацияһы яҙып яҡланы. Ул нефтселәргә булған ихтирамын ошо йыры аша белдерә.
Китаптың икенсе бүлеге «Һөйөү тулы минең йөрәк» тип атала. Бында авторҙың тормош иптәшенә, туғандарына булған мөхәббәте, ихтирамы сағыла.
Рәфис Зыязетдинов үҙенең йырҙары менән татар-башҡорт эстрадаһын байытыуға үҙ өлөшөн индерә, шуға күрә лә ул ихлас ғорурланыу хистәре уята. Уҡыусылар иғтибарына бер нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Йәнгә рәхәт, тәнгә ләззәт
Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәм дә,
Боҙҙар иретерлек йылы бирҙе
Ғүмер буйы ғорурланып йәшәйем,
Булғанға мин уның терәге.
Әсәкәйем, һиңә рәхмәтлемен,
Наҙҙарыңда иҙрәп үҫкәнгә.
Йылы бөркөп, нурлы йөҙөң менән
Төштәремә ҡайсаҡ кергәнгә.
Әсәй йылыһы ғүмерлеккә икән
Күңелебеҙ тоташ булғанға.
Тормош селләһендә өшөмәнем
Хисле йөрәк бирҙең миңә, әсәй,
Күңелемдә – сәскә бураны.
Шифалана йәнем, ҡабатлаһам,
Һин өйрәткән изге доғаны.