Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
28 Август 2018, 18:09

Ул ошо наградаға лайыҡ

Ваҡыт аҡҡан һыу кеүек. Ике йыл һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Ошо ваҡыт эсендә М.Аҡмулла исемендәге фонд һәм татар йәмәғәтселеге тарафынан байтаҡ лайыҡлы эштәр башҡарылған. Һәм йәнә сәнғәт һәм әҙәбиәт өлкәһендә М.Аҡмулла исемендәге премияны тапшырыу өсөн лайыҡлы кандидаттарҙы һайларға ваҡыт етте. Белеүебеҙсә, ул ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Һәм был премия менән районыбыҙҙы данлаған, республикала һәм ил кимәлендә уның абруйын күтәргән күренекле шәхестәр генә бүләкләнә. Был турала фонд уставында ла яҙылған.

Ошо премияны тапшырыу буйынса комиссия ағзаһы булараҡ, һуңғы ике йылда районыбыҙҙы данлаған лайыҡлы шәхестәр исемлеген барлап ултырҙым. Һәм Татарстан Республикаһының «ТНВ» телевизион каналында «Халҡым минең...» тапшырыуҙарын әҙерләгән һәм уны алып барыусы Ләйсән Саҙретдинованың (һүрәттә) шәхесенә туҡталдым.

Ләйсән Илгиз ҡыҙы - Ҡазан ҡалаһында тыуған. Һөнәре буйынса - уҡытыусы, белгеслеге буйынса 10 йыл эшләгән. Артабан яҙмыш уны телевидениеға алып килә, бында уның ижади потенциалы һәм ысын таланты тулыһынса асыла. Ул шәхес булып үҫеп бөтә донъяға таныла. Ҡасандыр бала сағында Ләйсән артист йәки табип булырға хыяллана. Шулай шул, бала саҡта беҙ кем генә булыу теләге менән янып йөрөмәйбеҙ ҙә, ниндәй генә юғарылыҡтарға күтәрелергә ынтылмайбыҙ, һәм ниндәй генә бөйөк шәхестәргә тигеҙләшергә хыялланмайбыҙ. Әммә яҙмыш тигән нәмә лә бар бит әле. Бына шул яҙмыш - тәҡдир тигән нимә һәр кемгә үҙенең урынын әҙерләп ҡуя. Шул уҡ ваҡытта, яҙмыш-яҙмыш та ул, әммә күп нимә кешенең үҙенән тора. Яҙмышҡа ғына һылтанып: «Эй, миңә шуныһы ла етә, маңлайыма шулай яҙылған инде» тип ҡул ҡаушарып ултырһаң, тишек кәмәгә ултырып тормош даръяһында юнысҡы урынына тулҡын ҡайҙа бәрһә шул яҡҡа тирбәлеп, сайҡалырға мөмкинһең, ә бер ҙә булмаһа, бөтөнләй төпкә батыуың да бар.

Ә бына Ләйсән Илгиз ҡыҙы, тормошта үҙ урынын телевидениела табып, талантлы журналист булып, юғары бейеклеккә күтәрелә алды. Бер үк ваҡытта ул - оператор һәм режиссер. Кем тураһында ғына сюжеттар төшөрмәһен, кәрәкле мәғлүмәт алыу өсөн кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белә. Ул артыҡ аралашмаусан кеше менән дә әңгәмә ҡороп, уның уй-фекерҙәрен, серҙәрен, пландарын белә ала. Ләйсән гипноз һәләтенә эйә булған кеүек тойола. Уның ошондай һәләттәре ярҙамында телевизор ҡараусылар өсөн уларҙың яратҡан, популяр «Халҡым минең...» тапшырыуы әҙерләнә. Уны барыбыҙ ҙа айырыуса түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ.

Беҙҙең район тураһында уның программаһы барыһының да күңеленә ятып, берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ләйсән ханым ошо тапшырыу менән беҙҙең районды Рәсәйҙә генә түгел, тотош илдә данланы. Сөнки, «Халҡым минең...» тапшырыуын ер шарының төрлө мөйөштәрендә, Азия, Латин Америкаһы, Канада, Европа, Африка илдәрендә лә ҡарайҙар. Тимәк, талантлы журналист, үҙ эшенең оҫтаһы Ләйсән Саҙретдинованың тапшырыуы аша районыбыҙ даны барса ер шарына билдәле булды.

Бына ошо районыбыҙ тураһында әҙерләнеп ТНВ каналынан күрһәтелгән телетапшырыуҙар серияһы өсөн Ләйсән Саҙретдинова районыбыҙҙың М.Аҡмулла исемендәге премияһына лайыҡлы беренсе шәхес тип иҫәпләйем һәм уны ошо премияға тәҡдим итәм. Һәм тәҡдимем менән районыбыҙҙың бөтә халҡы лә риза булып, мине ҡеүәтләр тип ышанам.

Хисаметдин ИСМӘҒИЛЕВ, М.Аҡмулла исемендәге премияны тапшырыу буйынса

комиссия ағзаһы, М.Аҡмулла һәм М.Ҡашғари исемендәге премиялар лауреаты, ТР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Читайте нас: