Бөтә яңылыҡтар

2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителә

2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителә. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Мәскәүҙәге Et Cetera театрының художество етәксеһе Александр Калягин менән осрашыуҙа белдерҙе.

Kremlin.ru сайты хәбәр итеүенсә, Александр Калягин Президентҡа театр эше мәсьәләләрен хәл итеүгә иғтибары өсөн рәхмәт әйтте. Калягин 2019 йылды Театр йылы тип иғлан итеү ошондай иғтибар күрһәтеүҙең береһе тип атаны.
«Театр, театр йәмәғәтселеге, мәҙәниәт, илебеҙ, тамашасылар өсөн. Сөнки театр – ул тамашасылар, күп миллионлы аудитория. Шуныһы мөһим: тамашасы театрға йөрөй. Театр йылында хәл итәһе мәсьәләләрҙән тыш, беҙ ниндәйҙер юл билдәләр һәм 2030 йылға тиклем стратегик план төҙөр инек, — тине Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе. – Проблемалар, ысынлап та, күп, әгәр Театр йылы тип иғлан ителә икән, бына мин ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын һәм театр йылын формалаштырыуға төп алымдар әҙерләнем».
Александр Калягин күпселек театрҙарҙың капиталь ремонтлауға мохтаж булыуы, эш хаҡын арттырыу һәм театрҙарҙың техник базаһын яңыртыу талап ителгәне хаҡында ла хәбәр итте. "Башинформ".
Читайте нас: