Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Апрель 2018, 14:16

Башҡортостандың һәм ауылдаштарының яратҡан рәссамы

Йәшергән ауыл мәҙәниәт йортона байрам концертына йыйылған кешеләр сәхнәгә ҡуйылған баннерҙы шунда уҡ күреп ҡала. Унда һәр кемдең күңеленә яҡын ауылдың бай, хозур тәбиғәте һүрәтләнгән. Уны һатып алыуҙа Йәшергән ауылында тыуып үҫкән, әле Стәрлетамаҡта йәшәгән һәм саралар үткәреүҙә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған Илдус Мөхәррәмов, Ренат Хәйруллин, Дамир Ишембәтов, Хәлил Солтанов һәм Рәсәйҙә билдәле рәссам, шулай уҡ сығышы менән Йәшергән ауылынан Раушания Бәҙретдинова бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте, уларҙың һуңғыһы тураһында гәзит уҡыусыларға Йәшергән ауылы ветерандар Советы рәйесе Әлфира Ғатауллина һөйләй.

Ерҙә кеше кисергән ғүмерҙе ҡабатлап та, яңынан йәшәп тә булмай. Был ғәжәйеп ҡатын бар ерҙә лә - ижад итеп тә, ғаиләһе менән булып та өлгөрә, халыҡ-ара проекттарҙа республиканы ла күрһәтә. Раушанияның иғтибар үҙәгендә - кешенең эске донъяһы, үҙ-ара мөнәсәбәттәр, шулай уҡ Тыуған ил һәм яҡын кешеләр теманы.

Ул 1974 йылда Йәшергән ауылында тыуа. Уның әсәһе бухгалтер, ә атаһы иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Был ғаилә бик талантлы. Раушанияның атаһы һәм ҡустыһы Ғәбдрәхим шулай уҡ һәйбәт һүрәт төшөрә, атаһы шиғыр ҙа яҙа. Ә әсәһе, бухгалтер булып эшләүҙән тыш, кешеләрҙе дауалай. Ҡулы менән һыйпап ҡарап, кешенең ҡайһы ере ауыртыуын билдәләй ала, гирудотерапия - һөлөк менән дауалай. Раушания башланғыс кластарҙы тамамлағас, ғаиләһе менән Ишембай ҡалаһының «Перегонный» микрорайонына күсенәләр. Бында ҡыҙ 5 һанлы урта мәктәпкә һәм «Һынлы сәнғәт» белгеслеге буйынса балалар сәнғәт мәктәбенә бара. Любовь Леонидовна Грачева уны һүрәт төшөрөргә өйрәтә. Ул әкренләп ҡыҙ өсөн икенсе әсәйгә әүерелә. Һуңынан тәүге күргәҙмәһен Раушания тап уға бағышлай. Сәнғәт мәктәбен тамамлағас, 1988 йылда туған 5 һанлы мәктәбендә рәсем дәресен алып бара. 1989 йылда урта мәктәпте тамамлап, «Черчение һәм рәсем преподавателе» белгеслеге буйынса 2-се Өфө педагогия колледжына уҡырға инә. Колледждан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтында (әле сәнғәт академияһы) белем ала. Уҡыу менән бер рәттән «Старая Уфа» нәшриәтендә эшләй. Раушания төрлө эсемлектәр өсөн наклейкалар, баннерҙар, саҡырыу билеттары эшләй, брошюралар биҙәй, журналдар версткалай, ҡыҫҡаһы, ниндәй эш булһа ла, оҫталыҡ менән бик тиҙ башҡара. Хатта ҡәләм менән һүрәт һыҙмаһы ла эшләп тормай - акварель йәки гуашь шунда уҡ ҡағыҙға ята. Колледжда һәм институтта уҡыған ваҡытта йәштәр, ҡала, төбәк һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша. Бынан тыш, тиҫтәнән ашыу шәхси күргәҙмә ойоштора.

2003 йылдан башлап «Созвездие» балалар ижад үҙәгендә рәсем дәресе алып бара.

«Республика Башкортостан» гәзите версияһы буйынса, 2014 йылда ул сирле балаларға әүҙем хәйриә ярҙамы өсөн «Йыл кешеһе» тип таныла.

Рәсәй һәм сит ил проекттары, хәйриә аукциондары. Уның көнө минутлап яҙылған. Раушания Бәҙретдинова бала саҡтан уҡ рәссам булырын белә. Ә ҙур ғаиләһе тураһында хәстәрлек күреү һәм шул уҡ ваҡытта ижад итеү - уның тағы бер таланты. Тормош иптәше менән улар ике ул, бер ҡыҙ, шулай уҡ уллыҡҡа алған бер малай тәрбиәләйҙәр.

Ул бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй, уның эшһөйәрлегенә һоҡланырға ғына мөмкин. Раушанияның эштәре АҠШ, Канада, Германия, Намибия, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙең музейҙарында һәм шулай уҡ Владимир Спиваков, Филипп Киркоров, Федор Емельяненко кеүек билдәле кешеләрҙең шәхси коллекцияларында һаҡлана. Һәм был уның картиналарының эйәләренең бәләкәй исемлеге генә.

Ә күптән түгел Өфөлә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектына йомғаҡ яһалды. Тантаналы бүләкләү «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Еңеүселәр Интернет аша тауыш биреү, шулай уҡ абруйлы жюри баһаһы ярҙамында билдәләнде. Наградалар дүрт номинацияла тапшырылды. Яҡты донъянан киткән, әммә һынлы сәнғәттә яҡты эҙ ҡалдырған «легенда» - рәссамдар. Билдәле рәссамдар Әҙиә Ситдиҡова, Әхмәт Лотфуллин һәм Николай Пеганов иң күп тауыш йыйҙы. Пректты ойоштороусы Наил Мәхмүтов хәбәр итеүенсә, өс «легенда» исеме менән рәссамдар өсөн премиялар аталасаҡ.

Уларҙың беренсеһе Н.Пеганов исемендәге премия булдырылған да инде. Бының өсөн рәссамдың улы - билдәле Өфө меценаты Василий Пеганов 300 мең һум күләмендә приз фонды бүлде. Н.Пеганов исемендәге махсус премия Михаил Назаровҡа, Раушания Бәҙретдиноваға, Рәсих Әхмәтвәлиевҡа һәм Федор Кощеевҡа тапшырылды.

Раушания Мосауир ҡыҙы ауылдаштары менән тығыҙ аралашып йәшәй. Саралар үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, Ҡыҙылъяр шишмәһен төҙөкләндерергә ярҙамлашты. Донъя күләмендә дан ҡаҙаныуына ҡарамаҫтан, ул аралашҡанда ябай һәм изгеклекле. Ғаиләһендә ул оҫта хужабикә, хәстәрлекле әсәй, туғандарының, яҡындарының һәм, әлбиттә, ауылдаштарының ғорурлығы.

Лиана ЙӘРМИЕВА яҙып алды.

Фото гәзит архивынан.
Читайте нас: