Бөтә яңылыҡтар

Моң даръяһы - уның күңеле

Район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә йыш сығыш яһаған ошо йәш һәм дәртле егетте күптәр белә. Был ҡурайсы, йырсы, алып барыусы Зөфәр Атанғолов. Ул һәр яҡлап һәләтле. Төрлө кимәлдә үткәрелгән концерттарҙа ҡатнашып, ул, тәү сиратта, боронғо Уралды һүрәтләй кеүек. «Урал» халыҡ йыры һәм уның башҡарыуында ҡурай моңо тамашасыларҙың күңелен әсир итеп, таң ҡалдыра.

Зөфәрҙең музыкаға, сәнғәткә һөйөүе ғаиләнән килә. Ата-әсәһе Мөнәүир менән Рәйсә бик талантлы кешеләр. Улар икеһе лә Федоровка районының Иҫке Сытырман ауылынан. Рәйсә Үзбәк ҡыҙы Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлағас байтаҡ йылдар урындағы ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. Уның туғандары һәм балалары - улдары Зөфәр менән ҡыҙҙары Илнара саралар үткәргәндә иң төп ярҙамсылары.

- Беҙҙең бәләкәй генә ауылыбыҙ Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан һәм талантлы кешеләргә бик бай. Ата-әсәйем байтаҡ музыка ҡоралдарында уйнай, ә атайым яғынан Хәйретдин олатайым тирә-яҡта билдәле ҡурайсы булған. Тәүге һабаҡты ла мин атайымдан алдым тип әйтһәм дә була. Беҙ мәктәптә уҡығанда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә барлыҡ байрам концерттарында әүҙем ҡатнаша ине. Әлфиә Фәрүәз ҡыҙы бейергә өйрәтте. Ә мәктәп директоры Рифат Мәлик улы ҡурай түңәрәген алып барҙы. Шулай итеп беҙ бәләкәй саҡтан уҡ сәхнәлә сығыш яһаныҡ, - ти Зөфәр.

Сәнғәткә һөйөүе үҫмерҙе Салауат музыка училищеһына алып килә. Ул башҡорт халыҡ хоры класында уҡый. Вокал буйынса дәрестәрҙе Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙында ала. Бер үк ваҡытта урта мәктәпте лә тамамлай. Белемен камиллаштырырға теләп, 2004 йылда академик вокал класы буйынса Өфө дәүләт сәнғәт академияһының әҙерлек курстарына уҡырға инә. Бында Зөфәр билдәле йырсы Мәжит Алкинда уҡый. Уның дәрестәре егеткә тауышын дөрөҫ ҡуйырға ярҙам итә. Тәбиғәттән дә Зөфәргә матур, моңло тауыш бирелгән. Уҡыған саҡта ул төрлө сәхнәләрҙә сығыш һай, бихисап сараларҙа ҡатнаша.

Нәҫелендә барлыҡ ир-егеттәр кеүек, Зөфәр армияға барып, Новосибирск ҡалаһында хеҙмәт итә. Һуңынан Сахалинда, Ялтала эшләй. Һәм һәр ваҡыт мөмкин булғансы сәхнәлә сығыш яһарға тырыша. Буласаҡ тормош иптәше Әлфиә Рәмил ҡыҙы менән улар шулай уҡ сәхнәлә таныша. Ул Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылынан, ижади шәхес. 2013 йылда йәштәр яҙмыштарын бәйләй. Атанғоловтар йыш ҡына бергәләп сараларҙа сығыш яһай. Өйләнгәндән һуң Зөфәр Стәрлебаш сәхнәһендә күренә башлай. Уның тауышы йыш ҡына тамашасыларҙы ғына түгел, жюри ағзаларын да әсир итә. Зөфәр - зона һәм республика конкурстарында һәм фестивалдәрҙә күп ҡатнаша. Уның партфолиоһында Дипломдар һәм Маҡтау грамоталары, ә өйөндә - иҫтәлекле бүләктәр бихисап.

- Улар араһында минең өсөн иң ҡәҙерлеһе - ағымдағы йылдың февраль айында Мәләүез ҡалаһында үткән РФ атҡаҙанған артисы, БР халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева призына башҡорт халыҡ йырҙары башҡарыусыларының асыҡ конкурсында Гран-при яулауым, - ти Зөфәр. Билдәләп үтергә кәрәк, был конкурста ул Стәрлебаш районын күрһәтә. Ә күптән түгел уны Ҡарағош мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр.

- Ауыл мәҙәниәт йортонда мин күптән түгел генә эшләйем, әммә ошо ваҡыт эсендә район Мәҙәниәт йортоноң, тәү сиратта, уның директоры Рафаил Йосопов, шулай уҡ Гөлйөҙөм Сәйепова, Илдар Баһауетдинов, урындағы китапханасы Гөлнара Фәхретдинова һәм элекке клуб мөдире Зөлфирә апай Хәсәнованың ярҙамын тоям.

Йәш мәҙәниәт хеҙмәткәренең пландары, яңы идеялары күп. Уның барыһы ла килеп сығыр тип ышанабыҙ. Сөнки иң мөһиме, Зөфәр күңеле һәм йөрәге менән ижадты, сәнғәтте ярата һәм ошо һөйөү уны яңы бейеклектәргә илһамландыра. Был йәһәттән уға хеҙмәттәштәре, ғаиләһе ярҙам итә. Әйткәндәй, тормош иптәше менән улар Гүзәл, Айгизә һәм Яҙгөл исемле өс ҡыҙ тәрбиәләй.

Халыҡ ижады йырҙар, моңдар аша быуындан-быуынға күсә. Арабыҙҙа Зөфәр Атанғолов кеүек талантлы, сәнғәткә ғашиҡ кешеләр булғанда халыҡ традициялары онотолмаҫ. Улар мотлаҡ һаҡланасаҡ. Райондың мәҙәни күгендә тағы ла бихисап сағыу, үҙенсәлекле йондоҙҙар ҡабыныр һәм улар йыр-моң аша кешеләргә халҡыбыҙҙың барлыҡ мәҙәни байлығын лайыҡлы тапшырыр.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: