«Фотоһүрәттәрҙә тарих сағыла» тип аталған беренсе конкурста йәш сикләүҙәре булманы. Унда ҡатнашырға теләүселәр ғаиләләрендә һаҡланған боронғо фотоны ебәреп, уның тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирҙе, унда һүрәтләнгән ғаилә нәҫеле, традициялары әлеге көндә кемдәр тарафынан һаҡланыуы тураһында яҙҙы. «Милли мираҫҡа тоғролоҡ» видеоконкурсында ғаилә менән концерттарҙа, «Өлгөлө ғаилә» конкурстарында сығыш яһағанды, туристик сәйәхәткә сығыу ваҡытын, спорт ярыштарында ҡатнашыуҙы, өләсәйҙәр һабағы алыуҙы (ҡул эштәренә өйрәтеүе, әкиәт һөйләүе, аш-һыу әҙерләү һабаҡтары), шул иҫәптән башҡорт телен пропагандалаған флешмобтарҙы һәм акцияларҙы төшөрөп ебәрергә мөмкин ине. Ғаилә сығыштарында мотлаҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә баҫым яһалырға тейеш ине. «Өләсәйемдән отоп алдым» конкурсында 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Балалар халыҡ ижады өлгөләрен: боронғо йырҙар, мөнәжәттәр, бәйеттәр, әйтештәр, көйлө әкиәттәр, таҡмаҡтар, һамаҡлауҙар башҡарҙы.
Конкурста беҙҙең районды Йәлембәт ауылынан Фирүзә һәм Фларит Иҫәнсуриндар ғаиләһе (һүрәттә) күрһәтте. Улар «Ижади, маҡсатҡа ынтылыусан ғаилә» номинацияһында еңеп, Диплом һәм ҡиммәтле бүләк - «Эльдорадо» магазинына телевизор һатып алыуға сертификат менән бүләкләнде.