Уның актерҙары - әүҙем ҡыҙҙар һәм малайҙар, улар, нигеҙҙә, ҡасандыр йәштәр театрының юлдашы булған «Дебют» балалар театрында кескәйҙәр өсөн әкиәт геройҙары ролдәрен башҡара.
Театр сәнғәтен һөйөүселәр - район үҙәгенең беренсе һәм икенсе мәктәптәре, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы уҡыусылары күптән түгел «Халыҡ» почетлы исемен йөрөтөргә лайыҡлы булыуҙарын дәлилләне. Республика Мәҙәниәт министрлығының 2017 йылдың 28 декабрендәге бойороғо менән йәштәр «Stb-театр»ына «Халыҡ коллективы» исеме бирелде. Беҙҙең ҡотлауҙар! Был берләшмә хәҙер рәсми теркәлгән исемгә эйә: «Stb-театр» Халыҡ йәштәр театры коллективы.
«Минең режиссер булараҡ ҡарашым - күрергә, һөйләргә, фекер йөрөтөргә, кеше тураһында һәм кеше өсөн спектаклдәр ҡуйырға. Үҙем шәхсән спектаклдә иң мөһиме - тарих һәм кеше тип иҫәпләгән режиссерҙар иҫәбенә инәм. Тарих һәм кешелек тормошо, бергә ҡушылып, кеше яҙмышын күрһәтә, спектаклдәр уларҙы күрһәтеү өсөн ҡуйыла ла инде», - тип һөйләй режиссер-ҡуйыусы, театр етәксеһе, йәш һәм дәртле Әлмира Ибраһимова.
Йәштәр «Stb-театр»ы тормошо ҡайнай һәм үҫешә. Күптән түгел коллектив гастролдәр менән Йәшергән һәм Ҡырғыҙ-Миәкә ауылдарында булды. Стәрлебаштар яратып өлгөргән «Ата-әсәләрҙе һайламайҙар» спектаклен бында ла йылы ҡаршы алғандар. Шулай уҡ ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһында үткән Халыҡ-ара театр фестивалендә коллектив I дәрәжә лауреат булды. Ә Ильястың ролен башҡарған Әлмир Фәйзуллин «Иң яҡшы актер уйыны» исеменә лайыҡ була. Ошо көндәрҙә ҡыҙҙар һәм егеттәр Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрынан ҡайтты, унда спекталь ҡарарға зал тулы халыҡ йыйылған һәм тәрән тәьҫораттар ҡалдырған. Коллективтың пландары күп. Уларға барлыҡ башланғыстарында ижади уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!
Лиана ЙӘРМИЕВА. Фото театр архивынан.