Күргәҙмә «Кызыл таң» гәзитенең 100 йыллығына арналған. Ҡатнашыусылар эштәре, уларҙың тарихы менән таныштырасаҡ, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ һәм жюри финалсыларҙы билдәләйәсәк. Сара милли йолаларҙы һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән.
«Үҙ ҡулдарың менән сигелгән ҡулъяулыҡты бүләк итеү – иң матур милли йолаларҙың береһе. Сигелгән ҡулъяулыҡ мөхәббәт һәм тоғролоҡ билдәһе булып иҫәпләнә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев Наил Ғәйетбаевтың драмаһы буйынса ҡуйған «Балкондан төшкән мөхәббәт» комедияһы хистәр менән бәйле күргәҙмәнең дауамы буласаҡ», — тип хәбәр итте сараны ойоштороусыларҙың береһе, журналист Айгөл Юлъяҡшина.
Сара киске сәғәт 6-ла башлана. "Башинформ".