Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
13 Февраль 2018, 10:56

Хәҙер ауыл халҡы ла хеҙмәт сифатын баһалай ала

Хеҙмәттәр сифатын бойондороҡһоҙ баһалау системаһы Рәсәйҙә 2015 йылда индерелә. Был система ябай халыҡ фекерен белешеү, һорау алыуҙарҙан айырыла. Ул дәүләт ҡарамағындағы социаль ойошмаларҙа мотлаҡ һәм айырым критерийҙар буйынса үткәрелә. Ойошма тураһындағы мәғлүмәттең асыҡлығы, хеҙмәттәрҙең уңайлы шарттарҙа күрһәтелеүе, уларҙан һәр кемдең файҙалана алыуы, көтөү ваҡытының күпмегә һуҙылыуы, белгестәрҙең изгелекле, ихтирамлы мөнәсәбәте, тейешле компетентлығы, кешеләрҙең хеҙмәттәрҙән ҡәнәғәт булыу-булмауы тураһындағы фекерҙәр иҫәпкә алына. Һүҙ мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәләре учреждениелары, федераль медик-социаль экспретиза учреждениелары тураһында бара. Федераль закон тарафынан уны ойоштороу һәм үткәреү тәртибенә бер нисә әһәмиәтле үҙгәреш индерелгән. Ағымдағы йылдан алып бойондороҡһоҙ баһалау үткәреү буйынса Йәмәғәт советы составы граждандарҙың һәм инвалидтарҙың йәмәғәт берләшмәләре хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында булдырылған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән торған федераль һәм төбәк Йәмәғәт палаталары тарафынан раҫланасаҡ. Райондың мәҙәниәт учреждениеларында хеҙмәт сифаттарын нисек баһалауҙары тураһында беҙ район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Р.Х. Ғәлиева менән әңгәмәләштек. Бына ул беҙгә нимә һөйләне.

Беҙҙең барлыҡ тырышлыҡ иҫәптәргә генә бәйле түгел, сифатлы күрһәткестәргә ирешеүгә лә йүнәлтелгән, эш һөҙөмтәлелеге хеҙмәттәр сифатын бойондороҡһоҙ баһалау аша көйләнә. Район мәҙәниәт учреждениеларының 100 проценты 2017 йылда йәмәғәт контролендә ҡатнашты. Бойондороҡһоҙ баһалау биш төп критерий блогы (улар юғарыла атап үтелде) буйынса үткәрелде. 2017 йылдың тәүге ярты йыллығында бойондороҡһоҙ баһалау район Мәҙәниәт йортонда, район биләмә-ара китапханаһында, М.Ғ.Мәхмүтов исемендәге Стәрлебаш тыуған яҡты өйрәнеү музейында үткәрелде. Халыҡтан

яҙма һорау алыу үткәреү өсөн анкета эшләнде. Уның мәғлүмәттәре нигеҙендә тикшереүҙә ҡатнашҡан һәр учреждениеға йомғаҡлау баһаһы ҡуйылды. Яуаптарҙы анализлағандан һуң халыҡ, дөйөм алғанда, күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатынан ҡәнәғәт тигән һығымта яһалды. Күпселек мәрәйҙәр - уртаса. «Инвалидтар өсөн ҡулай мөхит» бүлегендә күпселек респонденттар һорауҙарға кире яуап биргән, йәғни ошо граждандар категорияһы өсөн шарттар беҙҙә юҡ тиерлек. Хеҙмәт алыусыларҙың фекерен өйрәнгәндән һуң һәр мәҙәниәт учреждениеһында Йәмәғәт советы тәҡдиме буйынса етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү планы төҙөлдө. Шулай уҡ район хакимиәте башлығы исеменән пандустар, саҡыртыу төймәләре, һуҡырҙар өсөн махсус ал таҡталар ҡуйыу; тыуған яҡты өйрәнеү музейының рәсми сайтын эшләү өсөн 2018 йылда өҫтәмә саралар бүлеү тураһында хат яҙылды. Бөгөнгө көндә «Хеҙмәттәр күрһәтеү һәм уларҙы алыу шарттары уңайлылығы» критерийы буйынса мәҙәниәт бүлеге мәҙәниәт учреждениелары имиджын нығытыуға, халыҡҡа уңайлы шарттар булдырырға б у л ы ш л ы ҡ итеүсе дәүләт проекттарында, программаларында әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, уҙған й ы л д а р а й о н Мәҙәниәт йортонда «Урындағы мәҙәниәт йорто» проекты даирәһендә һатып алынған заманса яҡтылыҡ ҡоролмалары презентацияһы булды. Мәҫәлән, акустик ҡоролмалар өлөшләтә, сәхнәнең яҡтылыҡ ҡоролмаһы тулыһынса алмаштырылды, видеопроектор, лазер ҡоролмаһы, өҫтәмә башҡа кейелә торған вокаль һәм аҫылмалы микрофондар һатып алынды. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының «Ысын эштәр» проекты даирәһендә Ҡарағош һәм Ямғырсы ауыл мәҙәниәт йорттары өсөн сәхнә кейеме, Аллағыуат, Тәтер-Арыҫлан, Ямғырсы ауыл мәҙәниәт йорттары өсөн музыка аппаратураһы, Йәшергән ауыл мәҙәниәт йорто өсөн ноутбук һатып алынды. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса Айҙарәле ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт үткәрелде. Район Мәҙәниәт йорто сайтында, мәғлүмәт стендтарында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә үткәрелгән саралар тураһында көн һайын халыҡҡа мәғлүмәт ҡуйыла. Әгәр үҙгәрештәр булһа, улар шунда уҡ сайтҡа индерелә. «Мәҙәниәт ойошмаһы тураһында мәғлүмәттең а с ы ҡ л ы ғ ы һ ә м ҡулайлығы» критерийы буйынса район биләмәара китапханаһының рәсми сайты эшләнде. Китапханаға ингән ерҙә пандус һәм персоналды саҡыртыу төймәһе ҡуйылды. Беҙҙең китапхана өсөн Башҡортостан Республикаһының махсус китапханаһы менән күрмәгәндәр өсөн Брайль шрифты менән махсус алтаҡталар әҙерләү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Китап фондтарын комплектлауға субсидиялар бүленгән, уларҙы яңы баҫмалар менән тулыландырырға ярҙам итә. Китапханаға яңы китаптар ҡайтарылыу тураһында мәғлүмәт «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзите биттәрендә баҫыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, хеҙмәттәр сифатын бойондороҡһоҙ баһалау сиситемаһы буйынса беҙҙә билдәле эш алып барыла.

Рәсәй Президенты тарафынан 2012 йылдың 5 декабрендә "Мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә ойошмалар һәм федераль медик-социаль экспретиза учреждениелары тарафынан хеҙмәттәр күрһәтеү шарттары сифатын бойондороҡһоҙ баһалауҙы үткәреүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы 392-ФЗ һанлы Федераль закон ҡабул ителде.


Лиана ЙӘРМИЕВА яҙып алды.
Читайте нас: