Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Февраль 2018, 13:13

Ауылдаштарының ялын биҙәй

Үҙенсәлекле таланты менән ауылдаштарының ялын ойошторған кешеләр бихисап. Беҙҙә, Ямғырсы ауылында, улар рәтенә мәҙәни саралар ойоштороусы Рәфис Назаровты индерергә мөмкин.

Ямғырсы ауыл биләмәһе халҡы уны талантлы кеше булараҡ белә. Рәфис Шәрифйән улы иҫ киткес шиғырҙар, йырҙарға көйҙәр яҙа, музыка ҡоралдарында уйнай, матур йырлай. Шуға ла уның 50 йәшлек ғүмер байрамын юбилярҙың туғандарын, класташтарын, хеҙмәттәштәрен саҡырып, ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә билдәләргә ҡарар иттек.

Ижад кисәһе күңелле һәм тамашалы булды. Уны сәхнәнән хеҙмәттәштәре, туғандары, ауылдаштары Ғәлиә Батталова, Тәғзимә Абайҙуллина, Сания Ғәзизуллиналар ҡотланы. Рәфис Шәрифйән улын ҡотларға шулай уҡ ҡәҙерле ҡунаҡтар ҙа - баянсылар һәм Р.Назаров йырҙарын башҡарған район Мәҙәниәт йорто йырсыһы Рөстәм Ғәлиев менән Әмир ауыл мәҙәниәт йорто директоры Йәүҙәт Мифтахов килгәйне. Шулай уҡ «Көмөш моңдар» баянсылар ансамбле сығышы тамашасылар күңеленә хуш килде. Улар ҙур кинәнес менән юбиляр - Рәфис Назаров, уның тормош иптәше Әлиә, ҡыҙҙары Гөлиә менән Гөлфиә башҡарыуында йырҙарҙы бирелеп тыңланы. Бына бит, талантлы һәм татыу ғаилә!

Тормай мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Зөмәрә Абдуллина кисәне оҫта алып барҙы. Дәртле бейеү башҡарған Эльмир Абдуллин, матур йырҙар бүләк иткән Гөлсинә Фәхриева, Лилиә Әбүбәкеровалар, ошо юлдар авторы байрамға айырыуса йәм өҫтәне.

Бер һүҙ менән әйткәндә, сара ысын байрамға әүерелде, унан барыһы ла дәрт-дарман, күтәренке кәйеф, көс-ҡеүәт алып таралышты.

Гөлгөнә КӘРИМОВА, Ямғырсы ауыл мәҙәниәт йорто китапханасыһы.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: