Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
5 Февраль 2018, 11:29

Табылды таланты

Табылды ауылында тыуып-үҫкән Ильяс Йосопов сәнғәт донъяһында билдәле шәхес. Баҡалы районынан ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, шәхси эшҡыуар, умартасы Рафиҡ Ноғоманов уның тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлаша.

1971 йылдың июнь айы. Өфөлә музыкаль тәрбиә биреү мәктәп‑интернатында (хәҙерге Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты) ҡабул итеү имтихандары ҡыҙған мәл. Беҙ, Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған 4-се класс тамамлаған малайҙар һәм ҡыҙҙар, тулҡынланабыҙ. Минең эргәмә бер сос малай килде лә: «Әйҙә, танышайыҡ!» – тине. Ул Стәрлебаш районы Табылды ауылынан Ильяс Йосопов (һүрәттә)булып сыҡты.

Ғәлиә апай менән Тимерғәли ағайҙың ишле ғаиләһендә Ильяс бишенсе бала булып донъяға килә. Йосоповтарҙың йортонда йыр-моң, гармун тауыштары ғәҙәти күренеш була. Ниндәй генә төр гармун, тальян, баян булмай унда! Әсәләре Ғәлиә апай моңло йырлап, думбырала ла уйнаған. Республика музыкаль тәрбиә биреү мәктәп‑интернатында Ильястың бер туған ағаһы Наил да уҡый, уны ҡурсалай. Бишектән ишетеп үҫкән моң Ильясты ла баш ҡалаға музыка мәктәбенә килтерә.

Ильястың камил ишетеү һәләте 5-се класта уҡыған сағында уҡ асыҡлана. Сольфеджио уҡытыусыһы Эдуард Абзал улы Әхиәров фортепианоның ниндәй клавишаһына баҫһа ла, ул шунда уҡ ҡайһы нота икәнен әйтеп бирә ала ине. Музыкаль диктанттарҙы тик «5» билдәһенә генә яҙҙы, ә гармония дәресендә ул үҙе көйҙәр ижад итә башланы. Ильяс ауылда уҡыған сағынан уҡ баянда уйнаған, ә музыка мәктәбенә килгәс, ул музыка ҡоралы серҙәренә нығыраҡ төшөнә. Уға трубала уйнарға өйрәнергә тәҡдим итһәләр ҙә, баянды ла ҡалдырмай. Был музыка ҡоралында профессиональ кимәлдә уйнарға өйрәнгәс, уҡытыусылар М.Беспальчук, Ш.Рахманҡолов, Р.Сәйетов Ильясты ул ваҡытта билдәле совет трубасыһы Тимофей Докшицер кеүек булыр, тип күҙаллай торғайнылар.

Мәктәп тормошо төрлө сараларға бай. Концерттарҙа әүҙем сығыш яһағаны өсөн, Ильясҡа Бөтә Союз пионер лагеры «Артек»ка юллама бүләк итәләр. Өлкән кластарҙа уҡыған сағында Чехословакияға ла ебәрәләр.

Шулай шаулап-гөрләп мәктәп йылдары ла артта ҡала. Ильяс Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә. Студент йылдары, аҙаҡ әрме сафтарында оркестрҙа хеҙмәт итеү күҙ асып йомғансы үтеп китә. Йәш музыкант ғаилә ҡора. Кәләше Миңзәлә менән ҡыҙҙары Гүзәлде үҫтерәләр.

Яҡташтары, Стәрлебаш егеттәре, ауылдашы Фәнил Арыҫланғолов һәм Иҫке Ҡалҡаштан Ғәбдрәшит Сәйфетдинов менән Ильяс баянда импровизация көйҙәр уйнап, концерттарҙа сығыш яһайҙар. 1982 йылда Башҡортостандың билдәле йырсыһы Филүс Гәрәев менән райондар буйлап оҙайлы гастролдәрҙә булалар. Һуңыраҡ Ильястың тырышлығы менән Стәрлетамаҡта «Юлдар» вокал-инструменталь ансамбле төҙөлә. Уның составында Ринат Ниғмәтуллин һәм йырсы Зәйнәб Иҫәнғолова була. Республиканың төрлө район, ҡалаларында сығыш яһап, халыҡ араһында тиҙ арала ҙур абруй яулай ул коллектив. Ильяс ансамбль өсөн генә түгел, ярҙам һорап килгән йырсыларға, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларындағы ижади коллективтарға ла көй яҙа торғайны. Ғәбдрәшит: «Ильяс билдәле йырсы Ғәли Хәмзинға, Рамаҙан Йәнбәковҡа, Мәғәфүр Хисмәтуллинға концерттарында аккомпаниатор булды. Уның кеүек виртуоз баянсыға еткән музыкантты белмәнем», – тигәйне.

Ҡыҙы Гүзәл, атаһына оҡшап, бала саҡтан музыкаға ылығып үҫә. Стәрлетамаҡта балалар музыка мәктәбендә фортепиано һәм вокал кластарында белем ала. Аҙаҡ Салауат музыка училищеһында хор дирижерлығы буйынса уҡыуын дауам итә. Алған белемен камиллаштырыу маҡсаты менән ҡыҙ Өфө сәнғәт академияһында, Санкт-Петербургтағы мәҙәниәт һәм сәнғәт институтында уҡып сыға. Шуныһы ҡыуаныслы – Гүзәл мәктәп уҡыусылары өсөн музыка яҙа, үҙе лә Стәрлетамаҡтың 3-сө музыка мәктәбендә йыр уҡытыусыһы булып эшләй. Уҡытыуҙан тыш, ҡаланың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Стәрлетамаҡ рус драма театры ҡуйған Григорий Гориндың «Геростратты оноторға» («Забыть Герострата») спектакленә көй яҙа. Ошо уҡ театрҙың билдәле комедия актеры Илдар Сәхәпов менән сәстәрен сәскә бәйләп, матур тормош ҡоралар, бер ул үҫтерәләр. 5 йәшлек Асҡар олатаһына бик оҡшаған, тип ҡыуана Гүзәл.

Ильяс һуңғы йылдарҙа тыуған ауылы Табылдыла йәшәне. Әсәһе Ғәлиә апайҙы тәрбиәләне, ҡараны. Шулай ҙа йыр-моңдан айырылманы дуҫым, райондың Баҡый, Күндерәк, Ҡабыҡҡыуыш, Ҡарағош ауылдары мәктәптәренә, клубтарына йырҙар яҙҙы, төрлө сараларҙа баянсы-аккомпаниатор булып ҡатнашты.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2016 йылдың декабрендә Табылды таланты Ильяс дуҫым мәрхүм булды. Ул яҙған йыр-моңдары хәтерҙә генә ҡалмаһын, сәхнә түрҙәренән гелән ағылһын ине. Дуҫымдың ижадын дауам итеүсе ҡыҙы Гүзәлгә илһам нуры, эштәрендә уңыштар теләйем!

Рафиҡ НОҒОМАНОВ,

ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, шәхси эшҡыуар-умартасы.

Баҡалы районы.
Читайте нас: