Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
26 Ғинуар 2018, 12:10

Беҙгә «Әүлиә» килә

Беҙҙең Башҡортостанды йыш ҡына әүлиәләр иле тип йөрөтәләр. Бөйөк әүлиәләрҙең яҙмышы беҙгә Лира Яҡшыбаеваның китаптары аша яҡшы таныш. Аллаһы Тәғәлә тарафынан илаһи ҙур көс-ҡөҙрәткә эйә булған бөйөк шәхес, кешеләрҙе дауалаған Мөжәүир хәҙрәт тураһындағы пьеса буйынса А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры сәхнәләштергән «Әүлиә» спектакле уҙған йыл республикала ҙур уңыш менән барҙы. Тиҙҙән, 8 февралдә Сибай драма театры ошо спектакль менән беҙҙең Стәрлебаш район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ. Спектаклдең режиссеры театрҙың художество етәксеһе Дамир Ғәлимов.

Мөжәүир хәҙрәт Баймаҡ районының Манһыр ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән әсәйҙән ҡалып, ауырлыҡтар күреп үҫкән зирәк үҫмерҙең белемгә ынтылышы көслө була. Уға ун йәштәр самаһы булғанда ауылға килгән күренекле Зәйнулла ишан уның «өлөшлө» бала булғанын һиҙемләй, шуға күрә уның атаһына был балаға ғилем бирергә кәрәклеген аңғарта. Әммә бәләкәй генә туғандарын үгәй әсә ҡулына ҡалдырырға йәлләп, ул яҡындағы Муллаҡай ауылында уҡырға була. Унда данлыҡлы Ғабдулла Сәйеди хәҙрәттең һабаҡтарын ала. Әйткәндәй, Ғабдулланың атаһы Сәйетбаттал данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем ала. Ошо ауыл ҡыҙы Шәмсейыһан менән ғаилә ҡороп, Муллаҡайға ҡайтып төпләнә. Улдары Ғабдуллаға һигеҙ йәш тулғас тәүҙә әсәһе, һуңынан атаһы донъя ҡуя. Шул саҡ әсәһенең атаһы Тойғон ҡарт уны Стәрлебашҡа алып ҡайта. Олатай мәктәбен үтеү үҫмерҙең хәтерендә мәңгегә ҡала. Мәғрифәтле Стәрлебаш ерендә, артабан Бохарала алған белемдәре Ғабдулланы яңы бейеклектәргә күтәрә. Мөжәүиргә тап ошо Ғабдулла Сәйеди нигеҙ һалған мәҙрәсәлә ғилем алырға насип була.

- Ғабдулла Сәйеди тураһында китап яҙғанда миңә ошо тарафтарға барып, ҡасандыр мәғрифәт үҙәге булып торған Стәрлебаш тарихын өйрәнергә, шулай уҡ мәҙрәсәгә нигеҙ һалған Ниғмәтулла Биктимеровтың зыяратын ҡылырға тура килде. Ишандар төйәге булған Стәрлебашҡа, уның халҡына ихтирамым көслө. Сөнки күп кенә әүлиәләрҙең яҙмышы, булмышы ошо бәрәкәтле Стәрлебаш ере менән бәйле, - ти Лира апай беҙҙең менән әңгәмәләшкәндә.

Мөжәүирҙең күңеленә табиплыҡ серенә төшөнөү хуш килә. Ул бында им-том, арбау серҙәренән тыш, үләндәр менән дауаларға өйрәнә. Уҡып сыҡҡас, ғүмер буйы тыуған ауылында йәшәй. 1967 йылда 91 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Үҙенең яҡты йөҙө, эскерһеҙлеге, милләт айырмауы, ихласлығы менән меңәрләгән кешеләргә ярҙам ҡулын һуҙыусы яҡташыбыҙ, илаһи көс эйәһе Мөжәүир хәҙрәт халыҡ хәтерендә тик яҡты хәтирәләр ҡалдырып, уның күңелендә мәңге йәшәй.

Әҫәргә килгәндә, сәхнәләге ваҡиға Мөжәүир хәҙрәттең ауылдашы, дуҫы Оморҙаҡтың ейәненә хәҙрәт тураһында бәйән итеүе менән башланып китә. Ваҡытында, Мөжәүир хәҙрәткә нахаҡҡа яла яғып, уны төрмәгә ебәреүҙә үҙенең дә ғәйебе булыуына үкенгән Оморҙаҡ, оҙаҡ йылдар үткәс, шул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы бермә-бер иҫенә төшөрә башлай. … Бына улар, йәш егеттәр, яңы ғына мәҙрәсәлә белем алып ҡайтҡан Мөжәүир менән бергә Урғаҙа буйында бесән сабалар. Шул йәйҙә Мөжәүир үҙенең йәшлек мөхәббәтен - Сөмбәләне осрата. Сөмбәлә… Артабан Мөжәүир хәҙрәттең ауылдағы тормошо һүрәтләнә. Төрлө тарафтарҙан бик күптәр килә уға. Әүлиә кешеләрҙең тәндәрен генә түгел, йәндәрен дә дауалай. Аҡыллы кәңәштәре менән күптәрҙең тормоштарын яйға һалырға ярҙам итә. Райком секретаре вәкиле миҫалында күрһәтелгән ваҡиға - быға бер дәлил. Ошо образда Баймаҡ райкомы секретары Вилким Сабир улы Мәҡсүтов һүрәтләнә. Әйткәндәй, ул беҙҙең яҡташыбыҙ, Ҡарағош ауылында тыуған. Бәләкәйҙән етем ҡалған малайҙы олатаһы Сабир ҡарт тәрбиәләп үҫтерә. Илдә дингә ҡаршы көрәш барғанда ла, ейәне уның Аллаһы Тәғәләнең берлегенә инаныуын үҙ күҙҙәре менән күреп үҫә. Артабан да олатаһының дини һабаҡтары уға тормошта хәл-ваҡиғаларҙы асыҡларға ярҙам итә.

Спектакль Мөжәүир хәҙрәттең халыҡҡа ҡалдырған тыуған төйәкте, илде һаҡлау, бергә һәм татыу булыу тураһында васыяты һәм уның вафаты булып, йәненең асманға ашыуы менән тамамлана. Ике бүлектән торған был спектакль дин әһелдәренә генә ҡағылмай, ә кешене яҡтылыҡҡа, ғәҙеллеккә яҡшылыҡҡа әйҙәп, халыҡҡа иман нуры, изгелек таратырға өндәй. Бер нисә ай эсендә ошо спектакль күп райондарҙа күрһәтелә. Әҫәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙең һүҙҙәре буйынса, Сибай артистары ролдәрен бик оҫта башҡарып, тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөрә.

Еребеҙгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән илаһи бер ҡөҙрәт эйәһе тураһында тамашаны үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә теләһәгеҙ, 8 февралдә район Мәҙәниәт йортона рәхим итегеҙ!

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.

Фото Сибай театры архивынан.
Читайте нас: