Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
23 Ғинуар 2018, 12:44

Балкондан төшкән мөхәббәт

28 ғинуарҙа район Мәҙәниәт йортонда Наил Ғәйетбаевтың ошондай интригалы исемле комедияһын стәрлебаштар иғтибарына «Нур» дәүләт татар театры артистары тәҡдим итә. Сюжет ғәҙәти көндәлек проблемалар тураһында һәм уларҙы хәл итеү юлдары ла ап-асыҡ кеүек.

Төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр тормоштан алына, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер, моғайын. Бына бында ла анекдоттағы кеүек ҡыҙыҡлы хәлдәр башлана - ул балкондан килеп сыға... һәм тормоштан өмөттәрен өҙгән яңғыҙ ханымдар кисәһенә эләгә. Уларҙы һәр ҡайһыһының үҙ тормошо, тамамланған мөхәббәттәренең үҙ тарихы. Ханымдар ир-аттарһыҙ йәшәүе күпкә еңелерәк, рәхәтерәк тип уйлай... Ситтән ҡарап тороуға, улар бер-береһен яҡшы белә кеүек. Әммә тормошта бөтәһе лә шулай еңел генә түгел, һәр ханымдың үҙ холоҡ-фиғеле, үҙ яҙмышы.

«Дуҫ» ҡатын-ҡыҙ коллективы рәхәтләнеп күңел асыуҙы дауам итә, бер-береһенә төрттөрөшөп тә алалар, мөнәсәбәттәр ҙә асыҡлайҙар. Ҡапыл балкондан шаҡыйҙар, байрамдың ҡыҙған мәлендә сәхнәлә бер ир пәйҙә була. Артабан бер-бер артлы төрлө ваҡиғалар башлана һәм был ханымдарҙы ҡатын-ҡыҙ бәхетенә яңыса ҡарарға мәжбүр итә. Мәҫәлән, көтөлмәгән ҡунаҡ ханымдарҙың байрамына үҙгәрештәр индерә һәм шуның менән көслө затҡа мөнәсәбәттәрен үҙгәртә. Уларҙың күңелдәрендә бәхеткә өмөт сатҡылары уяна.

Спектаклдең режиссеры - комедиялар ҡуйыу оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев. Ролдәрҙе театрҙың халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән артистары: Башҡортостандың халыҡ артисы Финә Вәлиева, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Миңнинур Сәйетова - Ғиззәтуллина, Лиана Хәйертдинова, Резида Зарипова, шулай уҡ билдәле актерҙар Дамира Сәйетова, Айрат Фәтихов, Руслан Хисаметдинов, Айнур Баянов һ.б. башҡара. Атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаевтың музыкаһы спектаклде тағы ла йәмләндерә, сағыуыраҡ итә, уға хис-тойғолар өҫтәй. Әхирәттәрҙең байрамы нисек тамамланыр? Был турала спектаклдең премьераһында белә алырһығыҙ.

- Тормош йөҙөндә Хоҙай Тәғәлә тарафынан әҙәм балаһы парлы итеп яратылған. Беҙҙең спектаклде ҡарағандан һуң - күңелдәренә хуш килгән күркәм күренеш, ярай барғанбыҙ әле тип, тамашасыбыҙ күршеләре, һөйгән йәрҙәре менән сәй эскәндә, бер-беребеҙҙе һөйөп, һөйөлөп, иғтибар, ихтирам менән йәшәйек әле гөрләшеп, тип әйтерҙәр тип ышанабыҙ. Сөнки мөхәббәт, бер-береңде аңлау, хәстәрлек күреү һәм ихтирам итеү, ғаилә усағы кеүек ҡиммәттәр мәңгелек, - ти театр администраторы Гүзәл Вәлиева.

Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото Г.ВӘЛИЕВА тарафынан бирелде.
Читайте нас: